Уҡытыусыларға премия биреләсәк21.12.2011
19 декабрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 2012 йылдан “Мәғариф” өҫтөнлөклө милли проектына ярашлы халыҡ-ара, бөтә Рәсәй, төбәк-ара, республика олимпиадаларында, конкурстар, фестивалдәр һәм спорт ярыштарында еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы әҙерләгән педагогия хеҙмәткәрҙәренә Башҡортостан Республикаһы Президенты премияларын булдырыу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
Документҡа ярашлы, премиялар дөйөм һәм һөнәри, шулай уҡ өҫтәмә белем биреүсе учреждениеларҙың уҡытыусыларына, тренер-уҡытыусыларына тапшырыласаҡ. Премиялар республика ҡаҙнаһынан финанслана. Күләме лауреаттарҙың премияһына тиң. Бүләкләнгән уҡытыусыларҙың исемлеге, 15 декабрҙән дә һуңға ҡалмайынса, Башҡортостандың Мәғариф министрлығы сайтында урынлаштырыласаҡ.
Әйтергә кәрәк: ил Президенты Указына, Мәғариф һәм фән министрлығы бойороҡтарына ярашлы, Рәсәй кимәлендә лә 60 мең һәм 30 мең һумлыҡ премиялар ҡаралған. Был аҡса федераль ҡаҙнанан бүленә.
Л. ДӘҮЛИЕВА.


Вернуться назад