Сүриә берәүгә лә тынғы бирмәй14.05.2013
Бөйөк Британия премьер-министры Дэвид Кэмерондың Рәсәйгә рәсми эш сәфәре, Пакистан парламентына һайлау үтеүе уҙған арауыҡтың мөһим сәйәси ваҡиғалары иҫәбендә булды.

Фекер алышыр сәбәптәр күп

Дэвид Кэмерондың Владимир Путин менән осрашыуы барышында Сүриә мәсьәләһен яйға һалыу мөмкинлеге тикшерелде. Һуңғы арала был тема донъя йәмәғәтселегенең иғтибар үҙәгенән төшмәй. Яңыраҡ ҡына уны көйләү буйынса Рәсәйгә АҠШ-тың дәүләт секретары Джон Керри килеп ҡайтҡайны. Сүриәлә барған һуғышты туҡтатыу йәһәтенән АҠШ менән Рәсәйҙең уртаҡ фекергә килә алғаны юҡ әле. АҠШ һәм уның союздашы булған Бөйөк Британия Бәшәр Әсәд режимын сит ил хәрби көстәрен ҡулланып юҡ итеү яғында булһа, Рәсәй яғы быны үҙаллы илдең эске сәйәсәтенә ҡыҫылыу тип баһалай. Шунлыҡтан беҙҙең тарафтан Бәшәр Әсәдкә әленән-әле теләктәшлек күрһәтелә.
Кэмерон да, Керри кеүек, Путинды ошо сетерекле мәсьәлә буйынса өгөтләп ҡараны, әммә Владимир Владимирович “һынманы”, Сүриәгә ҡарата элекке фекерендә ҡаласағын белдерҙе. Был тәү ҡарамаҡҡа ғына шулай тойола: Рәсәй барыбер үҙ сәйәсәтен үҙгәртә һымаҡ. Ни өсөн тигәндә, сит ил эштәре министры Сергей Лавров бер сығышында Сүриәгә ҡорал һатыу буйынса килешеүҙең бер яҡлы юҡҡа сығарылыу ихтималлығын белдергәйне. Был әлеге илдә химик ҡорал ҡулланылғандан һуң булды. Ғәйеп Бәшәр Әсәд армияһында булһа, Рәсәй етәкселеге Сүриәгә ҡарашын үҙгәртәсәк.
Владимир Путин Дэвид Кэмеронды Сочиҙағы Олимпиада объекттары менән таныштырҙы. Ҙур спорт ярышы барышында хәүефһеҙлекте берлектә тәьмин итеү мәсьәләһе лә тикшерелде. Бөйөк Британия Лондон Олимпиадаһын уҙғарғандан һуң әҙме-күпме тәжрибәгә эйә, шуға ла Рәсәйҙең именлек хеҙмәте инглиз коллегаларының ярҙамына иҫәп тота. Ике ил лидеры ошо хаҡта фекер алышты.
Киләһе аҙнала Дэвид Кэмерон эш сәфәре менән Америка Ҡушма Штаттарына юллана. Унда ул Сүриә мәсьәләһен Барак Обама менән тикшерәсәк. Тимәк, Рәсәйгә килеүен “АҠШ-тың йомошо буйынса” тип тә аңларға була. Бөйөк Британия премьер-министрының эш сәфәренән тағы ла бер сер йомғағы һүтелә бирелеп ҡуйҙы кеүек: ул Рәсәйгә килерҙән алда ғына Лондонда олигарх яҡташыбыҙ Борис Березовскийҙы һуңғы юлға оҙаттылар. Оҙаҡ йылдар һуҙымында Рәсәй властарынан ҡасып, Бөйөк Британияла йәшәргә мәжбүр булған был кешенең донъя сәйәсәтенә һиҙелерлек йоғонто яһауын оноторға ярамай.
Ике дәүләтте сәйәси һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тә берләштерә. Владимир Путин апрелдә генә 2014 йылда Бөйөк Британияла — Рәсәй мәҙәниәте, ә Рәсәйҙә Бөйөк Британия мәҙәниәте йылын уҙғарыу тураһында Указға ҡул ҡуйғайны. Өҫтәүенә быйыл Рәсәй “Ҙур егерме” илдәре саммитына рәйеслек итә, форум сентябрҙә Санкт-Петербургта үтергә тейеш. Ә Бөйөк Британия иһә июндә төньяҡ Ирландияның Лох-Эрне ҡалаһында “Ҙур һигеҙ” илдәре саммитын үткәрәсәк. Унда “Ҙур һигеҙ” илдәре саммитының “дилбегәһе” Владимир Путинға тапшырылырға тейеш.

Пакистан — хәүеф сығанағымы?

11 майҙа Пакистан парламентына һайлау булды, унда элекке премьер-министр Наваз Шәриф етәкселек иткән “Пакистан Мосолман Лигаһы” фирҡәһе еңеү яуланы. Милли ассамблеялағы 272 урындың 98-ен ошо партия вәкилдәре биләйәсәк. Уларҙың төп дәғүәсеһе булған “Пакистан Халыҡ партияһы”на 24 кенә мандат менән хушһынырға тура килә. Башҡа партияларҙың һөҙөмтәһе байтаҡҡа кәм. Ә был Наваз Шәрифкә яңынан премьер-министр вазифаһына әйләнеп ҡайтырға мөмкинлек бирә.
Шуныһын да билдәләп үтмәй булмай: һуңғы йылдарҙа Пакистандың халыҡ-ара сәйәсәткә йоғонтоһо көсәйә бара. Халыҡ һаны буйынса был ил донъяла алтынсы урында тора, Индонезиянан ҡала иң ҙур мосолман дәүләте булараҡ та иғтибарҙы йәлеп итә. Пакистандың донъяла ядро ҡоралына эйә булған туғыҙ илдең береһе икәнлеген дә оноторға ярамай.
Ил халҡының йылдам артыуы, иҡтисадтың үҫеше, күптәрҙе, шул иҫәптән Рәсәй менән АҠШ-ты, һағайта. Пакистандың Афғанстан, Иран кеүек илдәр менән сиктәш булыуы хәүефте тағы ла арттыра төшә. Шуға ла бындағы власҡа кем килеренә берәү ҙә битараф түгел. Пакистанда һайлау көнөндә лә, өс-дүрт шартлау яңғырап, теракт һөҙөмтәһендә 17 кеше һәләк булды, байтағы яраланды.

аренда квартир без посредников в уфе


Вернуться назад