Килешеп эшләйәсәктәр14.05.2013
Республика буйынса эске эштәр министры Михаил Закомалдин менән Башҡортостанда Эшҡыуарҙарҙың хоҡуғы буйынса вәкил Рафаил Ғибәҙуллин хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө. Уның маҡсаты — республиканың инвестиция ҡеүәһен арттырыу, эш шарттарын яҡшыртыу.
Ҡул ҡуйылған документтағы төп йүнәлештәрҙең береһе — үҙ-ара мәғлүмәт алмашыу. Ошо өлкәлә һөҙөмтәле бәйләнеште яйға һалыу коррупцияға, намыҫһыҙ конкуренцияға ҡаршы көрәш буйынса тырышлыҡты берләштереү мөмкинлеген бирәсәк. Килешеү шулай уҡ республикалағы эшлекле мөхитте яҡшыртыуға, инвестиция йәлеп итеүгә йүнәлтелә.
— Килешеү эшҡыуарҙарҙы борсоған мәсьәләләргә иғтибарҙы арттырыу, уларҙы һөҙөмтәле хәл итеү мөмкинлеген бирәсәк. Артабанғы эшмәкәрлектә был — ысын мәғәнәһендә яҡшы башланғыс, — тине Рафаил Ғибәҙуллин, ошо ваҡиғаға аңлатма биреп. — Эшҡыуарҙар ебәргән мөрәжәғәттәрҙең 20 проценты тиерлек Прокуратураға, Эске эштәр министрлығына, шул иҫәптән кәсепте закондар менән рәсмиләштереүгә ҡағыла. Йыл башынан алып хоҡуҡ һаҡлау органдарына ҡағылышлы 25 ғариза алдыҡ. Былтыр улар ни бары 12 ине. Был эшҡыуарҙарҙың әүҙемләшеүе, уларҙың мәсьәләләрҙе асыҡтан-асыҡ тикшереүгә әҙерлеге хаҡында һөйләй. Икенсе яҡтан, проблемалар ҙа етерлек. Беҙҙән иң элек мөрәжәғәттәргә иғтибарҙы арттырыуҙы көтәләр.