Юрист кәңәштәре10.05.2013
Эт менән эт итәләр
— Һаумыһығыҙ! Мин баш ҡалала йәшәйем һәм фатирымда ике эт тотам. Әлбиттә, уларҙы көн һайын тышҡа алып сығып йөрөтөргә кәрәк. Беҙҙең йорт тирәһендә генә түгел, тотош районыбыҙҙа бының өсөн махсус урын ҡаралмаған. Шуға күрә йыш ҡына яндағы паркка барам. Янаусылар ҙа бар: имеш, эттәр өсөн махсуслаштырылмаған урында кешеләргә, балаларға хәүеф тыуҙырам, судҡа бирәсәктәр. Эттәрем уҫал түгел, һәр саҡ баулы, морондоҡтарын да тышта систермәйем. Уларҙы йөрөтөр өсөн көн һайын махсус урын эҙләп, ер аяғы, ер башы юл үтә алмайым. Миңә штраф һала алалармы?
Рөстәм, Өфө ҡалаһы.
— Эйе, ысынлап та, бының өсөн һеҙгә штраф һалыуҙары ихтимал. Рәсәйҙең Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексына ярашлы, йәмәғәт урындарында эт менән йөрөүселәр өсөн штрафтың иң юғары күләме әле — 2 мең һум. Әммә ғәмәлдә уны бик һирәктәр түләй. Беренсенән, бындай тәжрибә киң таралмаған. Икенсенән, хоҡуҡ боҙоу осрағын теркәү һәм дәлилләү еңел түгел. Бының өсөн полиция хеҙмәткәре һеҙҙе этегеҙ менән бергә йәмәғәт урынында үҙе тоторға тейеш. Һәр хәлдә йәмәғәт урындарында, айырыуса балалар уйнаған майҙансыҡтарҙа, эт менән йөрөү тыйыла.
Икеһе лә булһын
— Танышымдан ишетеүемсә, хәҙер автомобилдә дәүләт теркәү номерының берәүһе генә булмауы ла икеһенең дә юҡлығы һымаҡ баһалана. Бының өсөн бер айҙан өс айғаса рулдә йөрөү хоҡуғынан мәхрүм итәләр йәки ҙур ғына штраф сәпәйҙәр икән. Ысынлап та шулаймы?
Илдар, Балаҡатай районы.
— Эйе, Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодекстың 12.2-се статьяһына ярашлы, бер генә номер булмаған өсөн дә 5000 һум күләмендә штраф һалына йәки бер айҙан өс айғаса водитель танытмаһын тартып алалар. Номер дөрөҫ беркетелмәһә йәки нимә менәндер ҡапланһа ла, штраф һалыуҙары йәки танытмағыҙҙан мәхрүм итеүҙәре ихтимал. Шуға күрә ҡарап тороуға ябай ғына был мәсьәләлә водителгә бик иғтибарлы булыу талап ителә. Ҡыш көнө — ҡар, йылы ваҡытта бысраҡ йәбешмәгәнме икәнен даими тикшерегеҙ. Әгәр туй-фәләндә ҡатнашһағыҙ, "Туй", "Кейәүҙең туғандары" кеүек яҙыуҙар менән номерығыҙҙы ҡаплар алдынан да ныҡлы уйланығыҙ. Әлбиттә, номерығыҙҙың ныҡлы беркетелгәнме икәнен даими тикшереп тороғоҙ.