Салауатта яңы комплекс төҙөлә07.05.2013
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Салауат ҡалаһына эш сәфәре барышында акрил кислотаһы етештереү комплексын төҙөү проекты менән танышты.
Республика етәксеһе “Газпром нефтехим Салауат” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Дамир Шәүәлиев менән яңы производство өсөн әҙерләнгән майҙансыҡты ҡарап сыҡты. 2015 йылда йәмғиәт акрил кислотаһы һәм бутилакрилат комплексын файҙаланыуға тапшырырға ниәтләй. Рөстәм Хәмитовҡа һөйләүҙәренсә, ул өс производствонан торорға тейеш. Проект ҡеүәтенә сығыу менән Рәсәйҙә Башҡортостан предприятиеһының тиңе булмаясаҡ. Әле илдә акрил мономерҙарын Новгород өлкәһендәге “Акрилат” йәмғиәте предприятиеһы ғына етештерә.
Президент продукцияның ҡайҙа ҡулланыласағы менән ҡыҙыҡһынды. Предприятие етәксеһе әйтеүенсә, ул буяу әйберҙәре етештереү өсөн сеймал буласаҡ. Акрилаттар төҙөлөш материалдары, шул иҫәптән бетон етештереүҙә файҙаланыла. 2016 йылға тиклем “Газпром нефтехим Салауат” акрил комплексын ойоштороуға 25 миллиард һум аҡса йүнәлтергә ниәтләй. Проектты тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә акрил мономерҙары нигеҙендә продукция етештереүҙе арттырыу мөмкинлеге тыуасаҡ. Өҫтәүенә акрил кислотаһын, акрилаттарҙы эшкәртеүҙең технологик сылбырын төҙөү күҙаллана. Киләсәктә Салауатта сеймал етештереү, ә Стәрлетамаҡта уны эшкәртеү буйынса берҙәм комплекс асыу планлаштырыла. Был технологик комплекс Бөтә Рәсәй газ химияһы үҙәгенең нигеҙенә әүерелергә тейеш. Яңы комплекс йәмғиәт структураһына ингән “Мономер” заводы биләмәһендә урынлашасаҡ. “Mitsubishi Heavy Industries” компанияһы төп проектты, документтарҙы әҙерләгән, төҙөлөш майҙансығының генераль планын эшләгән.