Юрист кәңәштәре03.05.2013
Икенсе юл бар
— Мин — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ҡыҙы. Инвалидлыҡ группам бар. Атайым дүрт йыл элек вафат булып ҡалды. Әле бер үҙем генә йәшәйем, ғаиләм дә, ҡарарға кешем дә юҡ. Пенсиям бик бәләкәй. Вафат булған атайымдың пенсияһын ала алмайыммы икән?
Заһира.
Белорет районы.
— Вафат булған кешенең пенсияһын алыу мөмкин түгел. Һеҙгә ярҙам күрһәтеүҙең башҡа юлын тәҡдим итәм: үҙегеҙ генә йәшәп һәм ҡараусы кешегеҙ булмаған осраҡта, һеҙ ҡараусығыҙҙы юғалтыу буйынса пенсия алыуға дәғүә итә алаһығыҙ. Йәшәгән урынығыҙ буйынса Пенсия фонды бүлексәһенә мөрәжәғәт итегеҙ. Унда һеҙгә ҡараусығыҙҙы юғалтыу буйынса пенсия иҫәпләргә тейештәр.
Һалым ҡайтармаһына хоҡуҡлыһығыҙ
— Торлаҡ һатып алыуға бәйле сығымдарҙың 13 процентын ҡайтарып алыу өсөн һалым хеҙмәтенә документтар тапшырырға йыйынам. Әлегә мин төҙөгән йорттоң документтары тулыһынса тупланып бөтмәгән. Инженер коммуникациялары үткәреүселәрҙән алған чектар һәм төҙөлөш фирмаһына түләү тураһында документтар менән генә ташлама юллай аламмы? Сығымдар сметаһына мунса һалыуҙы, ҡойма тотоуҙы һәм башҡа йорт-ҡаралтылары төҙөүҙе индереп буламы? Әгәр киләһе йылда тағы берәй фатир һатып алһам, ике объект буйынса бер юлы документтар тапшыра аламмы?
Закир.
Өфө районы.
— Рәсәй Һалым кодексының 220-се статьяһындағы беренсе пункттың икенсе ярҙамсы пунктына ярашлы, һеҙ, һалым түләүсе булараҡ, йорт төҙөүгә һәм ер участкаһы һатып алыуға сығымдарығыҙҙың 13 процентын ҡайтарып алыуға хоҡуҡлы. Федераль һалым хеҙмәтенең 2011 йылдың 27 июнендәге ЕД-3-3/2168-се хатында яҙылыуынса, һалым түләүсе бындай осраҡта бер нисә күсемһеҙ милеккә сығымдарын ҡушып күрһәтә алмай. Әммә, әгәр һеҙ бер ихатала ике йорт һалған булһағыҙ йәки бер нисә өйлө участканы һатып алһағыҙ, барыһын бергә һанарға мөмкин.
Һалым ташламаһы биргәндә сығымдарҙың бөтәһе лә иҫәпкә алынмай. Рөхсәт ителгәндәре:
1. Проект-смета документтары эшләтеү өсөн түләүҙәр.
2. Төҙөлөш һәм биҙәкләү материалдары һатып алыуға сығымдар.
3. Торлаҡ йорт, шул иҫәптән төҙөлөп бөтмәгән өй һатып алыуға тотонолған аҡса.
4. Төҙөү һәм биҙәкләү эштәренә бәйле сығымдар (һалынып бөтмәгән йортто сафҡа индереүгә сарыф ителгән аҡса).
5. Электр, һыу, газ һәм канализация селтәрҙәренә тоташтырыу йәки айырым сығанаҡтар булдырыу (ҡоҙоҡ ҡаҙыу, генератор ултыртыу) өсөн сығымдар.
Һалым түләүсе бындай ташламаны ғүмерендә бер тапҡыр ғына алырға хоҡуҡлы. Ҡойма тотоуға, мунса йәки һарай һалыуға сығымдарығыҙҙың һалым өлөшөн ҡайтармаясаҡтар.
Сығымдар 2 миллион һумдан артҡан хәлдә лә, һалым ташламаһын иҫәпләгәндә, ошо һан сигенән сыҡмайҙар.