Ашығып, ашҡа бешмәйек02.05.2013
Ашығып, ашҡа бешмәйекПрезидент етәкселәрҙе ете ҡат үлсәп, бер ҡат киҫергә өйрәтә

Өфө юлдарындағы мәхшәрҙе баш ҡалала йәшәгән һәм бында килеп йөрөгән һәр кем белә. Иртәнге һәм киске тығындар, урам тултырып елдәй түгел, ендәй(!) осҡан “ПАЗ” һәм “ГАЗель” автобустары, ҡаланың көньяғынан төньяғына барып етә алмай йонсоуҙар... Эйе, баш ҡала транспорт хәрәкәтен ойоштороу йәһәтенән бик яйһыҙ, сөнки ул оҙон һуҙылған, бөтә яҡлап та йылғалар менән уратып алынған, ер аҫты карст ятҡылыҡтарынан тора. Ниндәйҙер сара күрелмәһә, бер нисә йылдан Өфөбөҙҙә бөтөнләй йөрөп булмаясаҡ.

Ҡала властары тик ятмай, әлбиттә. Проблеманы хәл итеүҙең төрлө юлдары тәҡдим ителә. Шуларҙың һуңғыһы — Өфөлә тиҙ йөрөшлө трамвай юлы төҙөү — йәмәғәтселектә ҙур ғауға тыуҙырҙы. Күҙалланыуынса, ул Зорге, Блюхер, Чудинов, Трамвай, Урман техникумы урамдары аша үтәсәк. Юлдың оҙонлоғо — 5 километр, киңлеге — 7 метр, трамвайҙың тиҙлеге сәғәтенә 50-60 километр буласаҡ.
Ҡарап тороуға бынамын тигән проект кеүек. Ул Октябрь проспектын бер ни тиклем бушатасаҡ, ә киләсәктә баш ҡаланың көньяғын төньяғы менән Ашығып, ашҡа бешмәйектоташтырасаҡ тип күҙаллана. Ләкин ул халыҡ тарафынан шунда уҡ хупланманы. Ризаһыҙлыҡ белдереү генә түгел, ҙур ғауға сыҡты. Кешеләр ҡырмыҫҡа иләүеләй мыжғый башлағас, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов асыҡлыҡ индереү һәм проблеманы хәл итеү өсөн был урындарҙы үҙе ҡарап сығырға һәм халыҡ менән аралашырға булды.
Иң тәүҙә трамвай линияһы үтәсәк урынды ҡарау һәм унда йәшәүселәр менән аралашыу өсөн, ике автобусҡа тейәлеп, чиновниктар һәм журналистар Блюхер урамына йүнәлде. Әммә тейешле урынға шунда уҡ барып етеп булманы, Чудинов урамы тирәһендә үк йәмәғәт әүҙемселәре туҡтатты. Береһенән-береһе нығыраҡ ҡысҡырып, улар ҡәнәғәтһеҙлектәрен белдерҙе. Берәүҙәргә йорто янынан ғына трамвай үтеп йөрөйәсәге оҡшамай, икенселәр тәбиғәткә зыян килеүенә зарлана, ә өсөнсөләр проекттың бөтөнләй уңышһыҙ булыуын дәлилләргә тырыша. Блюхер урамында ла шул уҡ хәл: йыйылған халыҡ бер-береһен уҙҙырып ҡысҡыра. Урамдың урманға ҡараған рәтендә матур ғына парк бар икән, трамвай юлы шунан үтергә тейеш. Әле проектты рәсми раҫлау-фәлән дә булмаған, ә бында ағастарҙы ҡырҡа ла башлағандар. Былай ҙа экология йәһәтенән маҡтана алмаған ҡалала был хәл граждандарҙы оторо ярһытҡан, әлбиттә.
Президент Рөстәм Хәмитов, ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов һәм башҡа етәкселәр, журналистар дәғүә белдереүсе халыҡ менән бергә йәйәүләп трамвай йөрөйәсәк ерҙе ҡарап сыҡты. Кәм тигәндә ике километр ара үткәнбеҙҙер. Ысынлап та, парктың бер урынында ағастар йығылған. Унда балаларҙың физкультура Ашығып, ашҡа бешмәйекдәресе үтә, яҡын-тирәлә йәшәгәндәр эттәре менән йөрөй икән. Шау-шыулы ҡаланан бер нисә аҙым ситкә сығып, саф һауаға инеү үҙе ни тора! Һис шикһеҙ, был паркка тейергә ярамай. Халыҡтың ошо фекере менән Рөстәм Хәмитов та ризалашты.
Артабан барыһы ла ҡала Советына йүнәлде. Бында һөйләшеү ҡысҡырышһыҙ ғына дауам итте.
— Өфөлә транспорт проблемаһын хәл итеү маҡсатында төрлө проекттар тәҡдим ителде. Шуларҙың береһе — тиҙ йөрөшлө трамвайҙың ике айырсаһын төҙөү. Береһе — Блюхер менән Чудинов, икенсеһе Рәсәй менән Комсомол урамдары аша үтергә тейеш ине. Әле бер нәмә лә аныҡ хәл ителмәгән, раҫланған проект та юҡ хатта, — тине Рөстәм Зәки улы. — Әммә ошо арала ниндәйҙер сәбәптәр буйынса хәл-ваҡиғаны тиҙләтә башлап, ана, хатта ағастарҙы ҡырҡып ташлағандар. Әлбиттә, был халыҡта һорауҙар тыуҙыра.
Ысынлап та, ҡала властары бер ни тиклем ҡабаланған. Өфөнөң Октябрь районындағы йәмәғәт тыңлауҙары ла дөрөҫ уҙғарылмаған.
— Халыҡҡа мөрәжәғәт итеп, шуны әйтәм: йәмәғәтселек фекерен иҫәпкә алмай тороп, бер кем дә бер нәмә лә төҙөмәйәсәк! Бөтә яҡтарҙың да фекерен тыңлаясаҡбыҙ, барлыҡ “ыңғай” һәм “кире”ләрҙе бизмәнгә һалып үлсәйәсәкбеҙ. Ә әлеге хаталар төҙәтерлек. Әлбиттә, ағастар ҡырҡылырға тейеш түгел ине, — тине Рөстәм Хәмитов.
Президент үҙенең дә, башҡалар кеүек үк, Өфө кешеһе булыуын һәм хәлде ыңғай хәл итергә теләүен белдерҙе. “Бергә һөйләшергә кәрәк. Был бит — беҙҙең ҡала! Бер осорҙа йәшәйбеҙ, халыҡты бер-береһенә ҡаршы ҡотортоуға юл ҡуймаясаҡмын. Бында сәйәсәтте бутарға ярамай. Ҡалабыҙ киләсәктә матур, уңайлы булһын өсөн тырышырға тейешбеҙ!” — тине ул.
Президенттан һуң фекерҙәрен ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов һәм башҡа етәкселәр ҙә белдерҙе. Аҙаҡ инде һүҙ теләгән һәр кешегә бирелде. Берәүҙең дә ваҡытын сикләмәнеләр. Кем күпме теләй, шунса һөйләне, дәғүәләрен, үпкәләрен белдерҙе. Фекер алышыу өс сәғәттән ашып китһә лә, һәммәһен ишеттеләр. Шуныһы асыҡланды: бер кем дә Өфөлә тиҙ йөрөшлө трамвай бөтөнләй булмаһын тип теләмәй. Әммә маршрут уйланылмаған. Бушҡа аҡса сарыф итеү генә булмаҫмы?
Сығыш яһаусылар башҡа тәҡдимдәр ҙә индерҙе. Кемдер трамвайҙы Октябрь проспектының уртаһынан ебәреү яҡлы, икенселәр ике яҡ ситенән үтеүен теләй. Әлеге лә баяғы метро темаһына әйләнеп ҡайтыусылар ҙа табылды. Тик уртаҡ фекергә килеп булманы.
— Бөтәгеҙҙе лә тыңлағандан һуң шундай тәҡдим индерәм: беҙгә тайм-аут алып торорға кәрәк. Алдыбыҙҙа был линияны бөгөндән төҙөргә тигән маҡсат тормай. Киләһе йылда ғына ла килеп сыҡмаҫ әле. Хәҙер булған барлыҡ варианттарҙы ҡарарға кәрәк, уларға, бәлки, тағы бер нисәүһе өҫтәлер. Халыҡ араһынан кешеләрҙе ҡушып, эш төркөмдәре булдырырға һәм мәсьәлә буйынса бергә эшләргә кәрәк, — тине Рөстәм Зәки улы.
Эйе, ашығыу бер кемгә лә файҙаға булмаясаҡ. Ете ҡат үлсәп, бер ҡат киҫеү талап ителә. Шуға күрә Президенттың фекере менән бөтәһе лә килеште. Һис шикһеҙ, был транспорт мәсьәләһе яйға һалынмай ҡаласаҡ тигәнде аңлатмай.
Осрашыу һуңында Рөстәм Хәмитов журналистар менән аралашты.
— Бөгөн мәсьәләне ошолай хәл итеү — бөтәһе өсөн дә һабаҡ. Мин был практиканы артабан да дауам итәсәкмен. Әле, мәҫәлән, Салауат ҡалаһында акрил кислотаһы заводы төҙөү буйынса ошондай уҡ проблема килеп тыуған, халыҡ ҡәнәғәтһеҙлек белдерә. Оҙаҡламай шунда барып һөйләшәсәкмен. Аралашып, бер-беребеҙгә дөрөҫлөктө дәлилләп кенә алға барырға мөмкин. Башҡа юлдар низағҡа, халыҡ менән властың ҡаршылығына килтерә. Беҙ быға юл ҡуймаясаҡбыҙ, — тине республика башлығы.

Йәмәғәтселек фекере

Баш ҡалала тиҙ йөрөшлө трамвай линияһын булдырыуға нисек ҡарайһығыҙ?

l Был Черниковка менән ҡаланың көньяҡ өлөшө араһында трамвай бәйләнешен тергеҙеү өсөн кәрәк — 1722 кеше (46,24 процент).
lМинеңсә, Өфөгә тиҙ йөрөшлө трамвай кәрәкмәй — 1057 кеше (28,38 процент).
lБындай линия Октябрь проспектындағы, Блюхер һәм Рәсәй урамдарындағы транспорт көсөргәнешен кәметәсәк — 619 кеше (16,62 процент).
lТранспорттың был төрө ҡалаға экологик зыянды кәметә — 326 кеше (8,75 процент).
Өфө ҡалаһы хакимиәтенең рәсми сайтынан.


Вернуться назад