Кемгә —ял, кемгә — эш30.04.2013
Синоптиктар билдәләүенсә, республикала яҙ ғәҙәттәгенән бер аҙнаға алданыраҡ башланды: ер йылынған, дымлылыҡ тейешле кимәлдә, тимәк, сәсеүҙе башлау өсөн ваҡыт бик ҡулай. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: быйыл республика Хөкүмәте тарафынан ауыл хеҙмәтсәндәренә яҙғы баҫыу эштәрен йылдам һәм агротехник талаптарҙы теүәл үтәп башҡарыу өсөн ҙур ярҙам күрһәтелде.

— Аграр тармаҡҡа ил һәм республика ҡаҙналарынан былтырғыға ҡарағанда ике тапҡырға күберәк аҡса бүленде. Ярҙам күләме 2,2 миллиард һумға барып баҫты. Әле һөт, сусҡа һәм ҡош ите етештереүселәргә бүленәсәк субсидиялар күләме билдәләнә. Һауа шарттарының уңайлы булыуын файҙаланып, сәсеүҙе 20 майға тиклем тамамларға кәрәк, – тип белдерҙе Республика йортонда үткән видеоселектор кәңәшмәһендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Эрнст Исаев.
Ошо көндәрҙә күп йыллыҡ үләндәрҙе тырматыу, минераль ашлама индереү тамамланасаҡ. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Азат Йыһаншиндың малсылыҡ тармағын үҫтереү тураһында докладын тыңланы. Урман хужалығы министры Рәжәп Нәбиуллин үҙ сығышында май байрамдары мәлендә янғын сығыу хәүефе артыуы тураһында иҫкәртте, тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыев иһә хакимиәт башлыҡтарын 13 апрелдән 18 майға тиклем үтәсәк “Таҙа республика өсөн” акцияһында әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы.


Вернуться назад