Кешеләр менән эшләргә өйрәнәйек30.04.2013
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Туймазы районында һәм ҡалаһында булды.
Ҡаланың үҙәк паркында Президент экологик өмәлә ҡатнашты, Рөстәм Хәмитов Боҙ аренаһы төҙөлөшөн ҡарап сыҡты. Спорт ҡоролмаһы 2010 йылда һалына башлаған. Бында универсаль арена, 800 урынлыҡ трибуна, ике спорт залы, кейем алмаштырыу, душ бүлмәләре, медицина пункты, кафе буласаҡ. Дөйөм алғанда, объект төҙөлөшөнә 330 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Эш графикка ярашлы бара, әле ҡорамалдарға заказ бирелгән. 1 сентябрҙә Боҙ аренаһы ишектәрен асасаҡ.
Президент билдәләүенсә, спорт комплексы ҡалаға бик кәрәк, шуға күрә ул мотлаҡ ваҡытында сафҡа индерелергә тейеш.
Артабан Рөстәм Зәки улы Баҡалы, Бүздәк, Туймазы, Саҡмағош һәм Шаран райондары активы менән осрашты.
— Буласаҡ депутаттарға кешеләр менән эшләй белергә кәрәк. Был — тәү сираттағы бурыс, — тип белдерҙе Президент осрашыуҙа.
Төбәк башлығы әйтеүенсә, халыҡ араһында аңлатыу эше алып барыу зарур. Өфө һәм Салауат ҡалалары етәкселеге миҫалында ул ошо эштең тейешле кимәлдә ҡуйылмауын билдәләне.
— Әле баш ҡалабыҙҙа юғары тиҙлекле трамвай селтәре төҙөргә ниәтләйбеҙ. Идея насар түгел, ләкин кешеләргә юлдың ҡайҙан үтеүен, төҙөлөштәге ҡыйынлыҡтарҙы, уңайһыҙлыҡтарҙы аңлатырға кәрәк. Ә беҙҙә йыш ҡына халыҡтың фекере менән иҫәпләшмәйҙәр. Бындай хәлгә юл ҡуйырға ярамай, — тине республика Президенты.
Рөстәм Хәмитов яҡын арала объект төҙөлгән ергә барып, халыҡ менән аралашырға вәғәҙә бирҙе. Яңы химия производствоһы төҙөләсәк Салауат ҡалаһында ла ошондай уҡ хәл күҙәтелә. Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, бында ла кешеләр менән эшләмәгәндәр, осрашыуҙар үткәрелмәгән, аңлатма бирелмәгән. Һөҙөмтәлә халыҡта борсолоу тыуған.
— Салауатта ла бындай эште мотлаҡ ойоштороу, кешеләр менән осрашыу, аралашыу фарыз, — тине Рөстәм Хәмитов.
Республика етәксеһе яңы партиялар барлыҡҡа килеүен, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттарын һайлау алдынан сәйәси конкуренцияның артыуын ыңғай баһаланы. Республика етәксеһе әйтеүенсә, тап конкурентлы көрәштә генә хәҡиҡәт тыуа, шуға күрә маҡсатҡа ынтылыусан, амбициялы кешеләр мотлаҡ булырға тейеш.