Япония килешеүгә өмөт итә30.04.2013
Ҡара тәнлеләр власҡа килә

Италияла парламент һайлауы булып уҙыуға ике ай тигәндә, ниһайәт, яңы хөкүмәт составы формалаштырылды. Был — яңы хөкүмәттең рәйесе Энрике Леттаның ҙур ҡаҙанышы. Сөнки Италия быға тиклем сәйәси көрсөк кисере, парламент һайлауында ҡатнашҡан партиялар үҙ-ара тартҡылашып, уртаҡ фекергә килә алмай йонсоно. Президент Джоджо Напалитано хатта парламентты яңынан тарҡатыр сиккә еткәйне.
Италия тарихында өс тапҡыр премьер-министр вазифаһын башҡарған билдәле сәйәсмән Сильвио Берлускони юғары вазифаға дүртенсе тапҡырға ынтылып ҡарағайны ла, килеп сыҡманы. Гел генә үҙ мәнфәғәтен алғы планға ҡуйып өйрәнгән Сильвио Берлускони был юлы ла үҙ асылына тоғро ҡалды. Яңы хөкүмәт составында уға урын табылмаһа ла, “үҙ кешеһе” — “Азат халыҡ” партияһы секретары Анжелино Альфано эске эштәр министры вазифаһына тәғәйенләнде. Бер үк ваҡытта ул — премьер-министр урынбаҫары ла. Берлускони өсөн был бик ҡулай. Сөнки уның өҫтөнән суд эше һаман да туҡтатылмаған. Ә яҡын дуҫы эске эштәр министры булып ултырған осраҡта, ул хоҡуҡ һаҡлау органдарының эҙәрлекләүенән ваҡытлыса булһа ла ҡотоласаҡ.
Яңы хөкүмәт составына 21 кеше индерелде, шуларҙың етәүһе — ҡатын-ҡыҙ. Шуныһы үҙенсәлекле: Италия тарихында беренсе тапҡыр ҡара тәнле ҡатын-ҡыҙ министр вазифаһына тәғәйенләнде. Заманында Конго иленән күсеп килгән Сесиль Киенж интеграция министры вазифаһын биләне. Италияла ул быға тиклем забастовкалар ойоштороусы булараҡ танылыу яулағайны. Хәҙер килеп яңы хөкүмәттә үҙе эш күрһәтергә тейешле булып сыға. Майҙанда власть органдарын тәнҡитләп күп тамаҡ ярҙың, хәҙер үҙең эшләп ҡара, тигәндәрҙер. Италияла ысын демократия хөкөм һөрә шул. Яңы премьер-министрға барлыҡ сәйәси көстәр менән дә уртаҡ фекергә килеү мөһимерәк. Әммә ҡыйырһытылыусылар барыбер бар. Мәҫәлән, илдең комик артисы етәкләгән “Биш йондоҙ” партияһы вәкилдәренә яңы хөкүмәттә урын табылманы. Улар оппозицияға күсәсәк. Шулай уҡ “Азат халыҡ” партияһынан бүленеп сыҡҡан “Италия туғандары” партияһы ла оппозиция рәттәрен тулыландырасаҡ. Ҡайһылай ғына булмаһын, Энрике Летта хөкүмәтенә ҙур бурыстар йөкмәтелгән. Алға ҡуйылған төп маҡсаттарҙың береһе — ил иҡтисадын тотороҡландырыу. Энрике хөкүмәте бер йыл һуҙымында ошо бурысты атҡарып сыға алһа, ул артабан да власта ҡаласаҡ. Юҡ икән, тағы ла сәйәси ыҙғыш башланасаҡ.

Атаһы аманатын атҡара алырмы?

28 апрелдә Рәсәйгә үҙенең тәүге эш сәфәре менән Япония премьер-министры Синдзо Абэ килде. Ул был вазифала былтыр декабрҙә генә эшләй башлағайны. Әйтергә кәрәк, һуңғы йылдарҙа Японияла власть тотороҡһоҙлоғо хөкөм һөрҙө. Бер премьерҙы икенсеһе алмаштырып ҡына торҙо. Бындай күренеш иҡтисадта ла сағылыш тапмай ҡалманы. Донъяла иң юғары технологиялар ҡулланып эш иткән илде иҡтисади күрһәткестәр буйынса Ҡытай уҙып китте.
Синдзо Абэның Рәсәйгә визиты Япония өсөн үтә лә ҙур әһәмиәткә эйә. Ер тетрәүе һөҙөмтәһендә “Фукусима-1” атом электр станцияһында авария булғандан һуң Япония энергия ресурстарына ҡытлыҡ кисерә. Премьер-министрҙың тәү маҡсаты — ошо проблеманы хәл итеү. Юҡҡа ғына ул Рәсәйҙән һуң нефткә бай Сәғүд Ғәрәбстаны, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре һәм Төркиәгә юлланмай. Был илдәрҙә лә сеймал мәсьәләһен хәл итмәксе. Рәсәйгә килгәндә, бына ун йыл Япония етәкселеге илебеҙгә аяҡ баҫҡаны юҡ. Рәсәй менән Япония араһында күптәнге низағ йәшәп килә. Ул да булһа — биләмәләр буйынса бәхәс. Икенсе Бөтә донъя һуғышы тамамланыуға ла сентябрь айында 68 йыл тула. Ә Рәсәй менән Япония араһында һаманғаса тыныслыҡ килешеүе төҙөлмәгән. Был — ике яҡ өсөн дә кире күренеш. Икенсе Бөтә донъя һуғышы тамамланғандан һуң Курил утрауҙарының көньяғы СССР ҡарамағына күсә. Япония был биләмәләрҙе үҙенеке тип иҫәпләй һәм әленән-әле утрауҙарға дәғүә белдерә килә. Һүҙ Итуруп, Кунашир, Шикотан һәм Хабомаи утрауҙары хаҡында бара. Ельцин ваҡытында ла был утрауҙарҙы ҡайтарып алырға маташып ҡаранылар, әммә килеп сыҡманы. Дмитрий Медведев иһә, президент сағында Кунашир утрауына сәфәр ҡылып, япондарҙың асыуын ҡабартып ҡайтҡайны. Путин да тәүге президентлыҡ осоро ваҡытында утрауҙарҙы бирмәҫ өсөн ҡырталашты. Был юлы Синдзо Абэ уны бөгә алырмы, әйтеүе ҡыйын.
Әйткәндәй, Синдзо Абэның атаһы Синтаро Абэ 1982 — 1986 йылдарҙа, Японияның сит ил эштәре министры вазифаһында эшләгән осоронда, СССР-ҙың ул саҡтағы етәксеһе Михаил Горбачев менән Курил утрауҙары яҙмышын хәл итә биреп ҡуя, әммә һаулығы ҡаҡшау сәбәпле аҙағынаса еткермәй. Атаһы атҡара алмағанды, бәлки, улы башҡарып ҡуйыр, ваҡыт күрһәтер. Ә Рәсәй менән Японияның дуҫлашыуы, ике ил араһында тыныслыҡ килешеүе төҙөшөү бик тә кәрәк. Алыҫ көнсығышта Рәсәй үҙ сеймалын (газ, нефть) нигеҙҙә Ҡытайға ғына һатҡан бер мәлдә, Япония ҡытайҙарға конкуренция тыуҙырыр ине. Унан килеп Японияның юғары технологияларын Рәсәй өсөн файҙаланмау, күрше илдән инвестициялар йәлеп итмәү үҙе бер хилафлыҡ кеүек. Ике ил араһында килешеү булған осраҡта, Япониянан Рәсәйгә инвестициялар 10 тапҡырға артыр ине, ти белгестәр.
Президент Владимир Путин менән премьер-министр Синдзо Абэ осрашыуында Корея ярымутрауындағы хәл дә тикшерелде. Япония аш-һыуы ла Рәсәй халҡында ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Сөнки япондар донъяла иң оҙон ғүмерле (уртаса 82,5 йәш) халыҡ булараҡ билдәле. Ә уларҙың оҙаҡ йәшәү серен туҡланыуға бәйләйҙәр. Шуға ла Рәсәй байҙары япон кухняһына ныҡлы өҫтөнлөк бирә башлаған. Был да ниндәйҙер кимәлдә ике ил араһындағы һалҡынлыҡты бөтөрөүгә сәбәпсе була ала. Япония премьер-министры үҙе менән бергә 120 кешенән торған делегация ла алып килде. Уларҙың байтағы эшҡыуарҙар, улар Рәсәйгә инвестиция бирергә әҙер. Тик бер яғы һағайта: бүренән ҡасып айыуға барып юлыҡҡан кеүек, ҡытайҙарҙан ҡотолам тип, япон тоҙағына барып ҡапмаһаҡ ярай ҙа.


Вернуться назад