Өлгө күрһәтергә әҙербеҙ27.04.2013
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Мәскәүҙә Хеҙмәт һәм мәшғүллек буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе Всеволод Вуколов менән осрашты. Улар заманса эш урындары булдырыу, хеҙмәтте һаҡлау өлкәһендә закон боҙған өсөн яуаплылыҡты арттырыу, контролде көсәйтеү мәсьәләләрен тикшерҙе, шулай уҡ хеҙмәт инспекцияларының әһәмиәте, халыҡты эш менән тәьмин итеү хеҙмәтен яңыртыу темаларын күтәрҙе.

Рөстәм Хәмитов Башҡортостанда былтыр уртаса айлыҡ эш хаҡының, номиналь сағылышта 14 процентҡа артып, 20 459 һум тәшкил итеүе хаҡында һөйләне. Шул уҡ ваҡытта һаулыҡ һаҡлау, социаль хеҙмәт күрһәтеү өлкәһендә эшләүселәрҙең килеме — 24,4, мәғариф тармағында мәшғүлдәрҙең эш хаҡы 19,8 процентҡа артҡан. Аҡсалата килеме республикалағы йәшәү минимумы дәүмәленән түбәнерәк булған халыҡтың өлөшө 2010 йылда 12,6 процент булһа, былтыр 10,2-гә тиклем түбәнәйгән. Дөйөм эшһеҙлек кимәле 2011 йылда 7,6 процент тәшкил иткән булһа, былтыр 6,1-гәсә төшкән.
Эш урындарының сифатын яҡшыртыу өсөн урындарҙағы хеҙмәт инспекцияларын көсәйтеү зарур, тип билдәләне Всеволод Вуколов. Башҡортостанда 1,2 миллион хеҙмәткәргә ни бары 20 дәүләт хеҙмәт инспекторы тура килә. Федераль хеҙмәт етәксеһенең фекеренсә, мәшғүллек хеҙмәттәре эшен заманса кадр агентлыҡтары менән ярышырлыҡ итеп ойоштороу фарыз. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, Башҡортостан ошо йүнәлештәр буйынса пилот төбәге булырға әҙер.

* * *
Ошо уҡ көндө Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова менән дә осрашты. Сарала Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау системаһын яңыртыу, заманса медицина объекттары төҙөү мәсьәләләре ҡаралды. Атап әйткәндә, Вероника Скворцова Өфөлә перинаталь үҙәк һалыу проектын хупланы. 3,3 миллиард һумлыҡ объектты 2015 йылда файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана.

* * *
Республика башлығының Мәскәүҙә Рәсәйҙең спорт министры Виталий Мутко менән осрашыуында быйыл Өфөлә йәштәр командалары араһында шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионатын, шулай уҡ VI ҡышҡы Халыҡ-ара балалар уйындарын үткәреү йомғаҡтары ҡаралды. Бынан тыш, Башҡортостанда яңы спорт объекттары, атап әйткәндә, Өфөлә спорт әҙерлеге буйынса Паралимпия үҙәге, Спорт һарайы төҙөү тураһында һүҙ барҙы.
Рөстәм Хәмитов федераль министрға баш ҡалабыҙҙа ир-егеттәр араһындағы Халыҡ-ара шашка буйынса донъя чемпионатына, IMSA Бөтә донъя интеллектуаль уйындарына әҙерлек хаҡында һөйләне, шулай уҡ 2015 йылда ХVIII ҡышҡы Сурдлимпия уйындарын Өфөлә үткәрергә тәҡдим итте. Министрлыҡ был йүнәлештәрҙең барыһы буйынса ла республикаға ярҙам күрһәтәсәк, тип вәғәҙә бирҙе Виталий Мутко.


Вернуться назад