Бер — һүҙенә, бер эшенә ҡара27.04.2013
Кесе йома Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙенең сираттағы тура бәйләнешен үткәрҙе. 4 сәғәт тә 46 минут барған аралашыуҙың рекордлы булыры алдан тоҫмалланғайны. Барлығы 85 һорауға яуап биреп, Владимир Путин асыҡланыуы зарығып көтөлгән мәсьәләләрҙе күтәреп сыҡты.

Рәсәй властары тура бәйләнеш ысулын бик оҫта файҙалана башланы. Иң тәүҙә — төбәк етәксеһе Рөстәм Хәмитов республика халҡы менән, шунан Премьер-министр Дмитрий Медведев — Дәүләт Думаһы депутаттары алдында һәм, ниһайәт, Президент Владимир Путин — бөтә халыҡ алдында. Был эҙмә-эҙлеклелек, бер яҡтан, субординацияны күрһәтә, икенсе яҡтан сағыштырыу мөмкинлеген бирә.
Уҡыусының иғтибарын түбәндәге — минең ҡарашҡа, иң мөһим — мәсьәләләргә йүнәлтер инем. Беренсе сиратта Дмитрий Медведев етәкләгән хөкүмәттең яҙмышы тураһында әйтмәксемен. Ни эшләптер Владимир Путин уға “теймәй” килә. Ул ҡабул иткән “ҡышҡы ваҡыт”, Сколково проекты халыҡта күптән ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Тура бәйләнештә бер колхоз рейесенең хужалыҡтағы халыҡтың ҡышҡы ваҡыт тураһында закон буйынса йәшәмәүен әйтеүе лә, Сколково проектының “СколЬково”ға әйләнеүе лә Президент өсөн Дмитрий Медведевтың хөкүмәтенә һүҙ тейҙерергә нигеҙ булманы. Был хөкүмәттең эшләүенә, йәнәһе, йыл да юҡ әле. Бынан алда Дмитрий Медведев дүрт йыл президент вазифаһын башҡарҙы түгелме һуң? Шулай уҡ мәғариф һәм фән министры Ливанов бынан алда Фурсенконың урынбаҫары булды, тимәк, ул да эште белә. Кудриндың Медведев менән эшләгеһе килмәүе лә Президентты ҡәтғи аҙымға этәрмәй. Ғөмүмән, Медведевтың үҙ урынында ныҡ тороуын аңлап булмай әле. Хәтерегеҙҙәлер, бер матбуғат конференцияһында ул: “Путиндан айырмалы, һуңларға яратмайым”, — тип тә ысҡындырғайны. Путин төҙөгән дәүләт корпорацияларына ҡаршы сығыуы ла, хосусилаштырыу тураһында кире фекерен асыҡтан-асыҡ әйтеүе лә Медведев өсөн эҙемтәһеҙ ҡала бирә.
Быны, бер яҡтан, Владимир Путиндың кеселеклелеге тип ҡабул итеп булалыр: үҙ хатаңды үҙең төҙәтергә тейешһең. Президент, ни эшләптер, “Медведев үҙе башлағас, үҙе яуап бирергә тейеш” тип бара. Ә икенсе яҡтан ҡарағанда, Рәсәйҙә Путиндың да көсө етмәҫлек нәмәләр бар кеүек. Нисә йыл буйы халыҡтың теңкәһен ҡоротҡан Анатолий Чубайс һаман да Рәсәй сәйәсәтенә көслө йоғонто яһауын дауам итә. Уның тураһында бирелгән һорауға Владимир Путин: “Анатолий Борисович бер ниндәй ҙә дәүләт вазифаһын биләмәй, властан йыраҡ тора”, — тигән булды ла ул... Икешәр “Волга“ машинаһы вәғәҙә итеп, халыҡ милкен олигархтарға таратып биргән “прихватизатор” (ЦРУ агенттары менән эшләгән, тиҙәр), шунан һуң берҙәм энергетиканы тар-мар иткән “һөҙөмтәле” менеджер (энергияға хаҡ Көнбайыш дәүләттәрендәгенән артып китте), ә хәҙер нанотехнологияларҙы үҫтереү һылтауы менән дәүләт аҡсаһын туҙҙырыусы Анатолий Чубайстың власҡа йоғонтоһо юҡ тип ышандырыу һис тә еңелдән түгел. Путиндың Чубайстың элекке ҡаҙаныштарын яҡлап сығыуын кисереп булһа ла, уны “енәйәт эшләмәгән бит”, тип аҡлауы аңлашылып бөтмәне. Күрәһең, кадрҙарға ҡытлыҡ мөһимерәк булып сыҡты.
Путиндың былтырғы тәүге указдарының ваҡытында үтәлмәүе лә халыҡта ныҡ борсолоу тыуҙырҙы. Бюджет хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын уртаса кимәлгә еткереү бурысы һаман да үтәлмәй. Бөгөнгә был мәсьәләне 15 кенә төбәк хәл итә алған. Иҡтисадсы булараҡ, мин эш хаҡы артыу тиҙлегенең хеҙмәт етештереүсәнлеге үҫеше темптарынан юғарыраҡ тәшкил итеүен насар күренешкә һанауҙы яңылыш тип иҫәпләйем. Беҙҙең илдә элек-электән эш хаҡы кимәле Көнбайыш дәүләттәрендәгенән кәм булып килде. Был быуатта реаль эш хаҡының 11 тапҡырға тиерлек артыуы — бик ыңғай күренеш. Беренсенән, ул ошо артта ҡалыуҙан ҡотолорға мөмкинлек бирә. Икенсенән, эш хаҡының юғары булыуы предприятиеларҙа инновациялар индереүгә бик ныҡ булышлыҡ итәсәк, сөнки ҡиммәт хаҡ һораған эшсе ҡулдар урынына яңы техника һәм технология ҡулланыу күпкә отошлораҡ буласаҡ. Сколково, Роснано тигән яһалма конструкцияларҙың кәрәге лә бөтәсәк. Элегерәк иғлан ителгән 25 миллион яңы эш урыны булдырыу маҡсатының да шик аҫтына алыныуы борсолоу тыуҙыра.
Тағы ла бер бик мөһим мәсьәләне билдәләп үтер инем. Ауылдарҙа фельдшер пункттары ябылыу тураһындағы һорауға яуап биргәндә Владимир Путин беҙҙең Мәғариф, Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтарында эшләгән чиновниктарҙың төп хатаһын һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте. Ҡулайлаштырыу һылтауы менән улар ауыл ерендә урынлашҡан учреждениеларҙы ябырға тырыша, сөнки беләләр: ҡала ерендә улар халыҡтан ҡурҡа, ә ауылдағы мәктәп уҡытыусыларының, врачтарҙың ауыҙын яптырыу күпкә еңелерәк. Ана бит, Санкт-Петербургта бер онкологик дауахананы ябыу түгел, икенсе ҡарамаҡҡа күсерә лә алманылар. Ошо йәһәттән Путиндың һүҙҙәрен ауылдарыбыҙҙы яҡлағанда киңерәк ҡулланыу кәрәктер.
Коррупция, урлашыу мәсьәләләренә килгәндә, иғтибарлы кешеләр Путиндың бер ишараһын күрҙе: “Сколково, АТЭС, Сочи Олимпиадаһы кеүек ҙур төҙөлөштәрҙә урлашыуға юл ҡуймаясаҡмын” тигәндә ул ирендәрен ҡымшандырып ҡуйҙы, йәнәһе, “хәлемдән килһә”. Был ысул Борис Березовскийға ҡағылышлы яуапта ла күренде: ул махсус рәүештә “хаталанды” – Березовскийҙың үлемен “үлтереү” тип бутаған булды.
Нисек кенә булмаһын, сираттағы тура бәйләнештә лә Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙен оҫта сәйәсмән итеп күрһәтте. Юҡҡа ғына ул бер нисә йыл рәттән донъяның иң абруйлы сәйәсмәндәренең береһе булып һаналмай. Тыуған илебеҙ мәнфәғәтен уның һымаҡ яҡлаған етәксене күреү, уның замандашы булыу — күҙәтеүсе өсөн бик мауыҡтырғыс күренеш.


Вернуться назад