Алтынсы саҡырылыштағы “алтын урталыҡ”27.04.2013
Алтынсы саҡырылыштағы “алтын урталыҡ”Рәсәй парламентаризмы көнө уңайынан Дәүләт Думаһы депутаты З.Й. Рәхмәтуллинаға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек. Әңгәмәсебеҙ илдең закондар сығарыу органында тәүге мәртәбә эшләй, шулай ҙа башҡарма власта ҙур эш тәжрибәһенә эйә: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары булғанда мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр, физик культура һәм спорт, архив эше мәсьәләләрен көйләне. Ул — 27 закон проекты авторы, дүртәүһе ҡабул ителеп, Рәсәй Президенты тарафынан раҫланды.

— Зөһрә Йыһанур ҡыҙы, парламентта эшләү һеҙҙең өсөн нимә ул?
— Дәүләт Думаһындағы эшмәкәрлек — иң элек граждандарҙың хоҡуғын һәм милли мәнфәғәттәрҙе һөҙөмтәле яҡлаған, илгә кәрәкле, яҡшы закондар индереү, тикшереү һәм ҡабул итеү мөмкинлеге. Башҡарма власта эшләгән осорҙа федераль ҡануниәттәге, айырыуса мәҙәниәт, рухиәт, йәш быуынға тәрбиә биреү өлкәһендәге күп кенә мәсьәләләр хаҡында хәбәрҙар булдым. Мин тәҡдим иткән закон сығарыу башланғыстары араһында мәҙәниәткә, мәғарифҡа, рухи тәрбиә биреүгә ҡағылғандары өҫтөнлөк итә. Ундайҙарға Рәсәйҙә мәҙәниәттең торошо тураһындағы йыллыҡ дәүләт докладын тәҡдим итеү, меценатлыҡ эшмәкәрлеге, киң мәғлүмәт сараларында, шулай уҡ тамашалар, мәҙәни-мәғрифәт, күңел асыу саралары уҙғарғанда әҙәпһеҙ һүҙҙәр ҡулланыуҙы тыйыу, мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге хеҙмәттәрҙе өҫтәмә хаҡҡа һалымдан бушатыу, күп балалы ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү тураһындағы проекттарҙы индерергә мөмкин.
Әйткәндәй, парламенттағы әлеге эшмәкәрлегем — икенсе тәжрибәм: 30 йыл элек, 1982 йылда, Башҡорт дәүләт университетының II курсында уҡығанда мине халыҡ депутаттарының Өфө ҡала Советына һайлағайнылар. Һайлаусыларымдың, иң элек студенттарҙың, “иҫке Өфө” халҡының проблемаларын хәл итеүгә ҙур яуаплылыҡ менән ҡарауым әле лә хәтерҙә. Етешһеҙлектәр ҙә булғандыр, ҡайҙалыр көс, мөмкинлек етмәгәндер, шулай ҙа был ҙур үҙаллы эштең етди тәжрибәһе ине. Ләкин студент йылдарында “30 йылдан яҙмыш миңә федераль кимәлдәге парламентарий булыу мөмкинлеген бирер” тигән уй башыма ла килмәй ине. Яҙмышыма, республикама, миңә ышаныс күрһәткән һайлаусыларыма рәхмәтлемен.
Шәхси күҙлектән ҡарағанда, Дәүләт Думаһында эшләү — ул яңы кимәлдә аралашыу, сит илдәге коллегаларҙың парламент эшмәкәрлеге менән танышыу, Рәсәйҙең, башҡа илдәрҙең мәҙәни сараларында ҡатнашыу, Мәҙәниәт буйынса комитетта көсөргәнешле һәм әүҙем эш.
— Әңгәмәләрҙең береһендә башланғыс мәктәп уҡытыусыһы булырға хыялланыуығыҙ тураһында һөйләгәйнегеҙ. Һеҙгә Башҡортостандың мәғариф министры булырға яҙҙы. Характерығыҙға, шәхес булараҡ аяҡҡа баҫыуығыҙға кем ҙур йоғонто яһаны? Туған мәктәбегеҙгә һуңғы тапҡыр ҡасан ҡайттығыҙ?
— Бер ҡасан да кемгәлер оҡшарға тырышманым. Николай Островский әҫәрендәге Павел Корчагиндың: “Кешегә бирелгән иң ҡәҙерле нимә — ул ғүмер. Бер тапҡыр бирелгән ғүмерҙе маҡсатһыҙ үтелгән йылдар өсөн выждан ғазапламаҫлыҡ итеп йәшәргә кәрәк”, — тигән һүҙҙәрен ҡағиҙә итеп алдым.
Характерҙы тормош сыныҡтырҙы: әсәйем иркәләмәне, ағайым да тәрбиәләргә тырышты, ә мин “үҙ һүҙемде” бирмәнем. Унан һуң тыуған йорттан, ата-әсәнән айырылып, 15 йәштә Салауат педагогия училищеһына эләктем. Ҙур ҡала рәнйетмәне мине. Педучилищенан йәмғиәттә йәшәргә, төрлө хәлдәрҙә үҙемде яҡларға өйрәнеп, төплө белем алып, ысын уҡытыусы булып сыҡтым. Туған мәктәбемә йыш ҡайтам. “Тәүге һуҡмағым” тап шунан башланды бит. Мәғариф министры булып эшләгән йылдарҙа унда реконструкция үткәрелде.
— Рәсәй парламентының киләсәген нисек күрәһегеҙ?
— Уның тарихында алтынсы саҡырылыш, үҙенсәлекле яңырыу, сәйәси йәһәттән сынығыу, илдең, уның граждандарының көнүҙәк мөһим проблемаларын хәл итергә, һәр кешенең мәнфәғәтен яҡлаған закондар ҡабул итергә һәләтле, йоғонтоло, профессиональ власть органы булараҡ, парламенттың абруйын арттырыу осорона әүерелде. Алтынсы саҡырылыштың эше башланғанда ҡайһы бер идеологтар яңы Дума “бәхәс урыны”на ғына түгел, шулай уҡ даими ҡаршылыҡ, фекерҙәр айырмалығы, парламент дебаттарынан сәйәси шау-шыу тыуҙырыу, партиялар араһындағы мөнәсәбәттәрҙе асыҡлау майҙанына әүерелер тип көткәйне. Шулай ҙа Дәүләт Думаһының яңы составы эш стилен тапты, һайлаусыларҙы закон сығарыуға йәлеп итте, мөһим башланғыстарҙы асыҡтан-асыҡ тикшереүгә сығарҙы, фракциялар араһындағы мөнәсәбәттәрҙе көйләүҙән тыш, уны системалы закон сығарыу эшмәкәрлегенең, һөнәри берләшмәләр, башҡарма власть, төбәктәр менән хеҙмәттәшлектең һөҙөмтәле алымына әүерелдерҙе.
Дәүләттең, граждандарҙың яҙмышын хәл иткән закондар ҡабул ителгәндә берлектәге сифатлы эш принцибы, минеңсә, парламенттың киләсәген билдәләйәсәк. Улай ғына ла түгел, тап алтынсы саҡырылыш Дәүләт Думаһында парламентҡа инмәгән партиялар менән диалогты башлауға, парламентҡа ҡарамаған партиялар Советын ойоштороуға нигеҙ һалды. Фракцияларҙың уртаҡ тырышлығы, парламенттағы һәм уға ҡарамаған партияларҙың берҙәмлеге, закон сығарыу эшмәкәрлегендә төп принциптарҙы, депутат этикаһы нормаларын үтәү генә милли хоҡуҡи системаның, асыҡ, демократик институт булараҡ Дәүләт Думаһының нигеҙенә әүерелә ала. Алда парламентарийҙарҙы ҙур эш көтә. Яңы закондар ҡабул итергә, әүәлге саҡырылыштарҙан ҡалған закон проекттарына ревизия үткәрергә, төбәктәрҙә эш алып барырға кәрәк. Быйыл 12 декабрҙә Рәсәй Конституцияһының һәм милли парламенттың 20 йыллыҡ юбилейы ла Дәүләт Думаһы эшенең йөкмәткеһен, рухи-идеологик йүнәлешен билдәләйәсәк.


Вернуться назад