Илебеҙҙең хәҙергеһе һәм киләсәге нигеҙе27.04.2013
Илебеҙҙең хәҙергеһе һәм киләсәге нигеҙеБашҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе К.Б. Толкачев

Парламентаризм — ул төрлө дәүләттәрҙә махсус һыҙаттарға эйә булған күп йөҙлө универсаль күренеш. Уның барлыҡҡа килеүенә байтаҡ факторҙар — идара итеү алымы, йәмғиәттәге социаль көстәрҙең нисбәте, мәҙәниәт, иң элек хоҡуҡи мәҙәниәт кимәле, ил традициялары, сит ил тәжрибәһе һәм башҡалар — йоғонто яһай.

Хәҙерге парламентаризм властың вәкиллекле закон сығарыу органының дәүләт механизмында төп әһәмиәткә эйә булыуын, башҡарма власть органдары өҫтөнән контролде тормошҡа ашырыу вәкәләттәренән файҙаланыуын, башҡарма власть тарафынан ғәмәлгә ашырылған сәйәсәтте билдәләп, сәйәси системаның үҙәгендә тороуын аңлата.
Парламентаризмдың, ярайһы уҡ тар төшөнсәһе менән бер рәттән, киңерәк аңлатмаһы ла бар. Ул айырым ғалимдар тарафынан ҡатмарлы структураға эйә булған һәм үҙ-ара бәйле элементтар комплексынан торған ҡатмарлы, күп йүнәлешле феномен рәүешендә ҡарала. Был осраҡта парламентаризм йәмғиәт тормошон ойоштороуҙы, тотош сәйәси системаны, граждан хоҡуҡтарын, бурыстарын һәм азатлыҡтарын тәьмин итеүҙең өлгәшелгән кимәлен, йәмғиәтте демократлаштырыу дәрәжәһен сағылдыра.
Ысын парламентаризм граждандарҙың ихтыярына, мәнфәғәттәренә, фекерҙәренә, сәйәси ҡарашына ярашлы юғары вәкиллекле дәүләт органын ойоштороу мөмкинлеге биреүсе электораль алымдар булған демократик илдә генә йәшәй ала. Шуға күрә был төшөнсәне йәмғиәттәге төп социаль-сәйәси ҡатламдарҙың, төркөмдәрҙең мәнфәғәттәрен тормошҡа ашырған үҙенсәлекле демократик механизм булараҡ билдәләргә мөмкин.
Парламентаризмдың вәкиллекле бурысы — уны һайлаған халыҡтың фекерен һәм ихтыярын сағылдырыу. Туранан-тура ихтыяр белдереү алымдары (дөйөм тауыш биреү, власть органдарын һайлау, айырыуса мөһим мәсьәләләр буйынса референдумдар үткәреү) әле лә һаҡланып ҡалған, ләкин йәмғиәткә кәрәкле закондарҙы йылдам эшләү һәм ҡабул итеү мөмкинлеге биргән хакимлыҡтың көндәлек формаһы булараҡ вәкиллекле власть — халыҡ тарафынан закон сығарыу менән шөғөлләнергә вәкәләт алған коллегиаль органдар — еңеп сыҡты.
Парламент — дәүләттә халыҡ вәкиллегенең берҙән-бер рәсми органы. Ул халыҡ, милләт менән бәйләнеште һаҡлай. Бындай вәкиллектең универсаллеге, әлбиттә, сағыштырмаса күренеш, сөнки милләтте, халыҡты Конституцияға ярашлы һайлау һәм һайланыу хоҡуғына эйә булған дәүләт граждандары тәшкил итә. Сәйәси практикала халыҡ вәкиллегенең күп төрлө булыуына ҡарамаҫтан, уртаҡлыҡтар ҙа юҡ түгел: парламентарийҙар төп бурысының — закон сығарыу функцияһының үтәлешен тәьмин иткән ижтимағи мәнфәғәттәрҙе сағылдырырға тейеш.
Төрлө халыҡ төркөмдәренең ихтыярын һәм ихтыяждарын күҙ уңында тотоу — һәр илдәге парламенттың мөһим бурысы. Ул демократик һайлауҙы ойоштороу юлы менән тормошҡа ашырыла. Был бурыстың асылы шунда: парламентта төп социаль ҡатламдарҙың һәм төркөмдәрҙең вәкилдәре урын алырға, улар ҡабул ителгән закондарҙа, башҡа норматив-хоҡуҡ акттарында мәнфәғәттәрен яҡлау һәләтенә эйә булырға тейеш. Йәмғиәт ҡатламдарының мәнфәғәтен сағылдырған ҙур сәйәси берекмәләрҙән торғанда ғына парламент ысын халыҡ вәкиле була ала.
Хәҙерге шарттарҙа ижтимағи мәнфәғәттәрҙе сағылдырыу үҙәге булараҡ парламенттарҙың әһәмиәте арта. Трибуналарҙан йәмәғәтселектең фекерен сағылдырған һүҙҙәр әйтелә. Йәмғиәткә һәм дәүләткә йоғонто яһап, парламенттар, үҙ сиратында, уларҙың ҡеүәтле тәьҫирен үҙендә лә тоя. Парламенттың демократик ҡиммәте, ижтимағи ғәмәлдәргә йоғонто яһау һәләте уның яңы шарттарға йылдам яраҡлашыуына, кешеләрҙең ысын мәнфәғәтен сағылдырыуына бәйле.
Һәр парламенттың төп функцияһы — закондар, башҡа норматив хоҡуҡ акттары сығарыу һәм ҡабул итеү. Закон дәүләт мәнфәғәтен яҡлауға, төп синыфтарҙың һәм социаль төркөмдәрҙең, айырым граждандарҙың ихтыяжын ҡәнәғәтләндереүгә йүнәлтелә. Ул илдә, шулай уҡ халыҡ-ара кимәлдә ижтимағи мөнәсәбәттәрҙе көйләй. Закондың һәм парламент эйә булған закон сығарыу функцияһының төп тәғәйенләнеше — ил граждандарының, тотош дәүләттең именлеген, бәхетен һәм сәскә атыуын тәьмин итеү. Ошо фекер кешелек тарихындағы күренекле аҡыл эйәләренең хеҙмәттәрендә айырым билдәләнә, донъялағы күпселек илдәрҙең ҡануниәте нигеҙендә ята.
Ватан әҙәбиәтендә оҙаҡ ваҡыт парламентаризмды буржуаз революциялар һөҙөмтәһендә тыуған һәм хакимлыҡ итеүсе синыфтың ғына мәнфәғәтен сағылдырған тип күрһәттеләр. Бындай баһалама социалистик дәүләткә нигеҙ һалыусыларҙың фекеренә таяна.
Рәсәйҙә парламентаризмдың айырым элементтары булғанын төрлө дәүләт институттары эшмәкәрлегенең күп быуатлыҡ тарихынан күрергә мөмкин. Коллегиаль органдар (халыҡ йыйындары, вече, баяр Думаһы һ.б.) вәкиллекле властың тарихи йәһәттән өлгөрөп еткән тәбиғи алымы булған.
Рәсәй парламентаризмы хоҡуҡи йәһәттән 1906 йылдың 23 апрелендәге Төп дәүләт закондарында билдәләнә. Ҡануниәткә ярашлы сикләнгән мөмкинлеккә эйә булһа ла, ил тарихында закон сығарыу эшмәкәрлеге менән шөғөлләнергә тейешле тәүге вәкиллекле органға әүерелгән Дәүләт Думаһы ойошторола. Рәсәй парламентаризмы көнөнөң быйылдан 27 апрелдә билдәләнелеүе осраҡлы түгел — 1906 йылдың тап ошо көнөндә Рәсәй Империяһының беренсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы эш башлай.
1993 йылда яңы Конституция ҡабул ителеү менән илдә көслө президентура менән киң вәкәләттәр бирелгән парламентты берләштергән ватан парламентаризмына нигеҙ һалына. Әлегә тиклем ғәмәлдә ҡалған Конституцияла Хөкүмәттең Президент менән Парламент алдындағы икеләтә яуаплылығы институты билдәләнә. Президент Дәүләт Думаһы ризалығы менән Хөкүмәт Рәйесен тәғәйенләй. Дәүләт Думаһы Хөкүмәттең отставкаһы тураһында ҡарар ҡабул итергә хоҡуҡлы. Унан һуң Президент Хөкүмәттең отставкаһы тураһында иғлан итә йәки Дәүләт Думаһы ҡарары менән ризалашмауын белдерә ала.
Рәсәйҙәге сәйәси системаның айырылғыһыҙ элементы булараҡ парламентаризм тураһында һүҙ алып барғанда, Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендә үҙҙәренең вәкиллекле закон сығарыу органдары эш итеүен, йәғни парламентаризмдың дөйөм дәүләт, шулай уҡ ил төбәктәре кимәлендә булыуын билдәләү шарт. Төбәк парламенттарына ла сәйәси системала мөһим әһәмиәткә эйә булған вәкәләттәр бирелгән. Үҙ компетенцияһына ҡараған мәсьәләләр буйынса закон сығарыу эшмәкәрлегенән тыш, улар контроль, бюджет һәм башҡа өлкәләрҙә лә вәкәләтле. Мәҫәлән, 1995 йылдан алып республикабыҙ тарихында тәү тапҡыр профессиональ парламент эшләй башланы. Ул Башҡортостандағы ижтимағи мөнәсәбәттәр системаһына, дәүләт власы органдары һәм институттары структураһына йылдам яраҡлашты.
Хоҡуҡ ижад итеү эшмәкәрлеге — Башҡортостан Республикаһының юғары вәкиллекле һәм берҙән-бер закондар сығарыу органы булған Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың төп функцияһы. Республикала дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙың хоҡуҡи нигеҙҙәрен камиллаштырыу маҡсатында республикала хоҡуҡ сығарыу эшмәкәрлеге өҙлөкһөҙ тормошҡа ашырыла.
Башҡортостан Конституцияһы бөтә закон сығарыу системаһында этәргес көстө һәм нигеҙҙе тәшкил итә. Парламентыбыҙ эшмәкәрлегенең конституцион-хоҡуҡи нигеҙҙәре ун икенсе саҡырылыш Юғары Совет эшләгән осорҙа уҡ һалынған. 1993 йылда ул төбәктәге ижтимағи-сәйәси, социаль-иҡтисади һәм мәҙәни-рухи үҫештең ышаныслы гарантына әүерелгән республика Конституцияһын ҡабул итте.
Быйыл 20 йыллығын билдәләгән Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы Рәсәйҙәге төбәк ҡануниәтенең алға киткән, йоғонтоло һәм бөтөн системаларының береһен төҙөү мөмкинлеген бирҙе. Парламентарийҙар хоҡуҡ сығарыуҙа, уны ҡулланыу практикаһында бай тәжрибә тупланы. Бөгөн республиканың хоҡуҡ системаһы алты кодексты, 270-тән ашыу законды, бик күп норматив хоҡуҡ актын үҙ эсенә ала һәм комплекслы характерға эйә. Федераль хоҡуҡ акттары менән бергә ул Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының ихтыярына ярашлы йәмғиәт тормошоноң мөһим өлкәләрен көйләй.
Башҡортостандағы бер нисә саҡырылыш парламент депутаттарының маҡсатҡа ярашлы эше һөҙөмтәһендә заманса ҡануниәт системаһы барлыҡҡа килде. Ул дәүләт власын тормошҡа ашырыу, тотороҡлолоҡто һаҡлап ҡалыу, республиканың эҙмә-эҙлекле, тайпылышһыҙ дәүләт-хоҡуҡи, социаль-иҡтисади һәм мәҙәни-рухи үҫешен тәьмин итеү нигеҙенә әүерелде. Тап ҡануниәткә таянып республикала заманса иҡтисади системала модернизация күренештәре, сәнәғәт һәм аграр етештереүҙә яңыса үҫеш, социаль-мәҙәни тәғәйенләнештәге объекттарҙың әүҙем төҙөлөшө хоҡуҡи көйләнә. Маҡсатҡа ярашлы социаль сәйәсәт тормошҡа ашырыла, Рәсәй Федерацияһында тиңе булмаған ҡайһы бер республика закондары ғәмәлгә индерелгән. Республикалағы хоҡуҡи системаның мөһим үҙенсәлеге — уның дөйөм федераль хоҡуҡи системаның состав өлөшө, логик дауамы булыуы. Был ижтимағи мөнәсәбәттәрҙе көйләүҙә республикаға хас үҙенсәлектәрҙе, спецификаны иҫәпкә алыу мөмкинлеген бирә.
Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай, Дәүләт Думаһында закон сығарыу инициативаһы хоҡуғын тормошҡа ашырып, федераль ҡануниәтте камиллаштырыуҙа әүҙем ҡатнаша. Был — Рәсәй төбәктәренең федераль закондарҙы ҡабул итеүҙә ҡатнашыуының төп һәм йоғонтоло алымы.
Парламентыбыҙҙың эшмәкәрлеге Башҡортостандағы дәүләт сәйәсәтенең төп йүнәлештәрен тормошҡа ашырыуға, республикалағы дәүләт-хоҡуҡи, социаль-иҡтисади һәм мәҙәни-рухи үҫеште закондар менән тәьмин итеүгә йүнәлтелә. Республиканың конституцион нигеҙҙәрен нығытыу, граждандар йәмғиәте институттарын әүҙем ойоштороу, халыҡҡа социаль ярҙам саралары күрһәтеү һәләтенә эйә булған ҡануниәт ошо эшмәкәрлектә өҫтөнлөккә әүерелде.
Башҡортостандағы парламентаризм — ярайһы уҡ яңы күренеш. Ул аяҡҡа баҫыу, йылдам үҫеш дәүерен кисерә. Шулай ҙа өлгәшелгән һөҙөмтәләр хаҡында бөгөн үк һүҙ алып барырға, артабанғы эшмәкәрлек йүнәлештәрен билдәләргә мөмкин. Мәҫәлән, социаль өлкәләге ҡануниәтте үҫтереү Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай өсөн өҫтөнлөклө булып ҡала. Шулай уҡ адреслы социаль ярҙам, опека һәм попечителлек органдары эшмәкәрлеге, шәхси медицина ярҙамы, граждандарҙың һаулығын һаҡлау, торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың эшмәкәрлеген камиллаштырыу буйынса саралар, урындағы үҙидараның килемен арттырыу тураһындағы һәм башҡа бик күп закондарға үҙгәрештәр индереү бурысы тора.
Әйтергә кәрәк: парламентаризмдың бай тәжрибә туплауына ҡарамаҫтан, практик эшмәкәрлектә тәрән анализлауҙы, даими камиллашыуҙы талап иткән байтаҡ проблемалар тыуа. Шулай ҙа хәҙерге Рәсәйҙәге һәм Башҡортостандағы парламентаризм — үҫеште билдәләгән һөҙөмтәле һәм ысын феномен ул.


Вернуться назад