Дәүләттең именлеге хаҡына26.04.2013
БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы ҡарамағындағы закон сығарыусылар Советының Милли именлекте закондар менән тәьмин итеү һәм коррупцияға ҡаршы эш итеү мәсьәләләре буйынса комиссияның тәүге ултырышын үткәрҙе.
— Кешелек тарихында йәмғиәттең һәм дәүләт аппаратының коррупция йоғонтоһона бирелеүе үҙ-ара мөнәсәбәттәр көрсөгөнә, хатта дәүләттең һәләк булыуына килтереү миҫалдары бихисап. Рим, Византия империялары — быға сағыу дәлил, — тине ул, ултырышты асып — Дәүләт идараһының бөтә өлкәләренә, кимәлдәренә үтеп инеп, коррупция уның системаһын емереү, дөйөм социаль бурыстарҙы айырым төркөмдәрҙең мәнфәғәтенә буйһондороу һәләтенә эйә. Һөҙөмтәлә дәүләтселектең асылы, уның төп тәғәйенләнеше юғалтыла. Коррупцияға ҡаршы алып барылған һөҙөмтәле, маҡсатҡа ярашлы сәйәсәт кенә дәүләттең именлеген тәьмин итә ала.
Ултырыш барышында Федерация Советы ағзалары, Дәүләт Думаһы депутаттары, төбәк парламенттары етәкселәре Комиссия тураһындағы положениены раҫланы, коррупцияға ҡаршы көрәш сараларын көсәйтеүгә йүнәлтелгән тиҫтәнән ашыу федераль закон проектын ҡараны.