Юрист кәңәштәре26.04.2013
Балаларға — васыят
— Ирем менән 25 йыл бергә йәшәгәндән һуң айырылышырға булдыҡ. Был ваҡыт эсендә байтаҡ ҡына милек тупланды, йорт, ер, автомобиль бар. Хәҙер уларҙы бүлешергә йыйынабыҙ. Ике бәлиғ булған балабыҙ бар. Беҙ уртаҡлашҡан милеккә уларҙың хоҡуғы бармы? Әгәр булһа, ниндәй өлөштә?
Рәлиә, Стәрлетамаҡ районы.
— Рәсәйҙең Ғаилә кодексына ярашлы, ирегеҙ менән бергә туплаған милекте һеҙ үҙ-ара ғына бүлешә алаһығыҙ. Балаларҙың бында ҡыҫылышы юҡ. Әгәр уларға нимә лә булһа ҡалдырырға теләйһегеҙ икән, быны васыятнамә нигеҙендә эшләргә мөмкин.
Бөгөндән хәл итегеҙ
— Һаумыһығыҙ! Сетерекле генә һорауға яуап алғым килә. Бынан бер нисә йыл элек фатирыбыҙҙы атайым менән икебеҙ тигеҙ өлөштәргә бүлеп хосусилаштырғайныҡ. Атайым өлкән йәштә, йыш ҡына сирләй. Васыят-фәлән дә юҡ. Вафат булған хәлдә уның өлөшөн үҙемә күсереүҙә ауырлыҡтар тыумаҫмы икән? Бәлки, башта уҡ фатирҙы тулыһынса үҙ исемемә генә теркәргә кәрәк булғандыр?
Фәрит, Учалы ҡалаһы.
— Әгәр атайығыҙҙың һеҙҙән башҡа ла тура мираҫсылары — уның ата-әсәһе, ҡатыны, һеҙҙән башҡа балалары — булһа, әлбиттә, ауырлыҡтар тыуыуы ихтимал. Закон буйынса, ундайҙар һеҙҙең кеүек үк мәрхүмдең өлөшөнә дәғүә итә ала. Фатирҙы башта уҡ үҙ исемегеҙгә генә хосусилаштырыу кәрәк булған да бит, әммә хәҙер эш үткән. Шулай ҙа әле һуң түгел: атайығыҙ менән бүләк килешеүе йәки һатыу-һатып алыу килешеүе төҙөп, уның өлөшөн үҙегеҙгә теркәтә алаһығыҙ.