Һандан бигерәк сифат мөһим26.04.2013
Һандан бигерәк сифат мөһимКисә Рәсәй Президенты Владимир Путин ил халҡы менән сираттағы тапҡыр тура бәйләнешкә сыҡты. Дәүләт етәксеһенең был 11-се тура бәйләнеше, шул иҫәптән етенсе тапҡыр – Президент булараҡ.

Бер нисә тәүлек буйына илдең төрлө төбәктәренән һорауҙар яуҙы – 1,7 миллиондан ашыу мөрәжәғәт теркәлгән. Шул уҡ ваҡытта, Рәсәй Президентының матбуғат секретары Дмитрий Песков әйтеүенсә, эш һанда түгел, ә сифатта: төплө, нигеҙле һорауҙарҙың береһе лә яуапһыҙ ҡалмаясаҡ. Рәсәй граждандарын етем балалар яҙмышы, мәғариф өлкәһендәге хәл, социаль сәйәсәт, финанс көрсөгө һәм башҡа мөһим проблемалар борсой. Әлбиттә, тура эфирҙа уларҙың барыһына ла яуап биреү мөмкин түгел. Шул уҡ ваҡытта Президенттың халыҡ менән туранан-тура аралашыуының ваҡыты ла сикләнмәгән: 2001 йылда Путин эфирҙа 2 сәғәт 20 минут сығыш яһаһа, 2007 йылда 3 сәғәт 6 минутҡа еткән, ә 2011 йылдың 15 декабрендә үҙенсәлекле рекорд ҡуйылған – Президент халыҡ менән 4 сәғәт 32 минут буйына аралашҡан, 90 һорауға яуап биргән.
Был юлы тура бәйләнеште Владимир Путин Президент булып һайланыуҙан һуң башҡарылған эштәрҙең йыллыҡ һөҙөмтәләрен барлауҙан башланы:
– Вазифаны ҡабул итеп алыу менән мин ҡуйған бурыстар, һис шикһеҙ, башҡарыу өсөн уғата ҡатмарлы. Мин быны аңлы рәүештә эшләнем, сөнки власть эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеге Үҙәктә генә түгел, Рәсәй төбәктәрендә лә тормошҡа ашырылырға тейеш. Әгәр ҙә беҙ көсөргәнеш менән эшләмәһәк, һөҙөмтә күпкә наҡыҫыраҡ буласаҡ, – тип указдарының үтәлеше менән, дөйөм алғанда, ҡәнәғәт булыуын белдерҙе.
Йәшәү кимәле хаҡындағы һорауға Президент, “хеҙмәт етештереүсәнлегенә ҡарағанда, эш хаҡы тиҙерәк үҫә” һәм “был йәһәттән беҙ дөрөҫ йүнәлештә барабыҙ”, тип билдәләне. Путин әйтеүенсә, ҡатмарлы демографик хәл күҙәтелгән төбәктәрҙә өсөнсө балаға түләү индерелгән, ул айына 7 мең һум тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта илдә демография күрһәткестәре яҡшыра, тыуым арта. Әммә үлем күрһәткесе буйынса һорауҙар бар һәм уларҙы асыҡлау фарыз. Шулай уҡ Владимир Владимирович студенттарҙың стипендияһы артыуын, армия һәм флотты яңынан йыһазландырыу яҡшы темпта барыуын билдәләп үтте.
Ил башлығы иҡтисади сәйәсәткә ҡағылышлы, уның төп нигеҙе һәм йүнәлеше үҙгәрмәйәсәк, тәүге сиратта иғтибарҙы, ғәҙәттәгесә, макроиҡтисад күрһәткестәренә йүнәлтәсәкбеҙ, тип белдерҙе. Шул уҡ ваҡытта үҫештең инновацион юлдарына өҫтөнлөк биреләсәк. Шулай уҡ Рәсәй Президенты дәүләт чиновниктарының аҡсаһына ҡағылышлы фекерен әйтеп үтте (“улар нимә мөһим икәнлеген билдәләргә тейеш: сит ил иҫәптәрендәге аҡсамы, әллә халыҡҡа хеҙмәт итеү һәм Рәсәй иҡтисадын күтәреүме”). “Оборонсервис”ҡа бәйле, “эш аҙағына еткереләсәк, әммә кемдең ниндәй кимәлдә ғәйепле икәнен суд билдәләйәсәк”, тине. Күптән түгел мәрхүм булған олигарх Березовскийҙың яҙмышы, терроризмға ҡаршы көрәш, үлем язаһын ҡайтарыу, торлаҡ-коммуналь түләүҙәр, әсәлек капиталы һәм йәмәғәтселекте ҡыҙыҡһындырған башҡа бихисап һорауҙар яңғыраны, Владимир Путин һәр ҡайһыһына тулы яуап бирҙе.
Ғөмүмән, ил Президенты халыҡ менән туранан-тура аралашыу форматын юғары баһаланы һәм уның ярҙамында йәмғиәттең һулышы тураһында күп мәғлүмәт алыуын белдерҙе.


Вернуться назад