2014 — Рәсәйҙә Мәҙәниәт йылы25.04.2013
Дәүләт башлығы Владимир Путин киләһе йылды Рәсәй Федерацияһында Мәҙәниәт йылы тип иғлан итеү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
Документтың тексы Кремлдең сайтында урынлаштырылған. Указда билдәләнеүенсә, Мәҙәниәт йылы йәмғиәттең иғтибарын ошо өлкәне үҫтереү мәсьәләләренә йәлеп итеү, мәҙәни-тарихи мираҫты һаҡлап ҡалыу, бөтә донъяла Рәсәй мәҙәниәтенең әһәмиәтен арттырыу маҡсатында уҙғарыла. Рәсәй Хөкүмәтенә Мәҙәниәт йылын үткәреү буйынса ойоштороу комитетын төҙөргә, уның составын раҫларға, төп саралар планын эшләүҙе һәм раҫлауҙы тәьмин итергә ҡушылды. Ил төбәктәрендәге башҡарма власть органдарына тейешле саралар ойошторорға тәҡдим ителде.
Рәсәйҙә Мәҙәниәт йылын үткәреү башланғысын Федерация Советы спикеры Валентина Матвиенко күтәреп сыҡҡайны.