“Рухиәтһеҙ яҡты киләсәк төҙөй алмайбыҙ”25.04.2013
Эш сәфәре һуңында Валентина Матвиенко Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, Йәмәғәт һәм Йәштәр палаталары ағзалары, урындағы үҙидара органдары вәкилдәре менән осрашты. Сарала шулай уҡ республика Президенты Рөстәм Хәмитов, парламент етәксеһе Константин Толкачев ҡатнашты.

Тәүҙә Валентина Матвиенко Президент Владимир Путин тәҡдим иткән Рәсәйҙең яңы үҫеш стратегияһы, был юҫыҡта республикала ил етәксеһе ҡуйған мәсьәләләрҙең хәл ителеше хаҡында һөйләне.
— Башҡортостан үҫешкән төбәктәрҙән һанала, – тине ул. – Өфө лә үҙенең төҙөклөгө менән һоҡландыра. 2015 йылда мөһим халыҡ-ара саммиттарҙы үткәреүгә дәғүә иткән биш ҡала араһынан тап уның һайланыуы осраҡлы түгел.
Федераль Йыйылыштың Юғары палатаһы спикеры әйтеүенсә, бындай саралар ҡаланың социаль-иҡтисади үҫешенә ыңғай йоғонто яһай, шуға ла өҫтәмә аҡса бүленәсәк.
Бөгөн мәҙәниәт, рухи байлыҡ тураһында йыш һөйләһәк тә, үкенескә ҡаршы, был өлкәгә иғтибар етешмәй, эш хаҡы түбән. Валентина Матвиенко осрашыуҙа ошо хаҡта һүҙ ҡуҙғатты, Башҡортостан депутаттарының театр эшмәкәрлеге тураһында закон проектын тәүге уҡыуҙа ҡабул итеүен хупланы, был тәжрибәне илдең барлыҡ төбәктәренә таратыу кәрәклеге хаҡында әйтте.
— Рәсәй кимәлендә лә ошондай закон кәрәк, мәҙәниәт, сәнғәт әһелдәренә иғтибарҙы көсәйтеү зарур, сөнки мәҙәниәтһеҙ яҡты киләсәк төҙөй алмайбыҙ, – тине ул.
Билдәле булыуынса, быйыл республикала Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтайға сираттағы һайлау үтә. Федерация Советы Рәйесе сәйәси партияларҙың алда торған һынауға буш һүҙҙәр түгел, ә аныҡ программа менән килергә тейешлеген билдәләне.
Мәскәү ҡунағы илдәге демографик хәл тураһында һөйләне, был йәһәттән Башҡортостанда ыңғай үҙгәреш күҙәтелеүен, республиканың Волга буйы федераль округында тәүге урынды биләүен маҡтап телгә алды.


Вернуться назад