Ниәт тә, ҡеүәт тә бар25.04.2013
Өфөгә рәсми сәфәре барышында Рәсәй Федераль Йыйылышының Федерация Советы Рәйесе Валентина Матвиенко Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында ла булды.
Клиникала ҡунаҡҡа биоматериалдар банкы булған күҙәнәк технологиялары институты, юғары технологиялы операциялар үткәреү өсөн заманса хирургия корпусы, шулай уҡ уҡыу-лаборатория бинаһы төҙөү проекттарын тәҡдим иттеләр.
— Яңы үҙәк ватан медицинаһына сифат йәһәтенән алға китеү, йыл һайын йөҙҙәрсә кешенең ғүмерен ҡотҡарыу, меңдәрсә пациенттың сәләмәтлеген яҡшыртыу мөмкинлеген бирәсәк, — тине университет ректоры Валентин Павлов. — Әле эскиз проекттары эшләнгән, уларҙың яҡынса хаҡы 1 миллиард һум самаһы тәшкил итә.
Тиҙҙән күҙәнәк технологиялары институтын асыу өсөн университетҡа Федераль медицина-биология агентлығы — 250 миллион һумлыҡ ҡорамал, ә республика 500 квадрат метр майҙанлы бина бүләсәк.
— Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы Өфө проектын Адреслы федераль инвестиция программаһына индерһен, тейешенсә финанслаһын өсөн ярҙам күрһәтергә әҙермен, — тине Валентина Матвиенко. — Башҡортостан өсөн бындай клиника бик мөһим.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов университет ҡарамағында Юғары технологиялы медицина үҙәгенең федераль пилот проектын тормошҡа ашырырға тәҡдим итте.