Сифатлы ла, ҡыҙыҡлы ла24.04.2013
Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы йыш ҡына ҡыҙыҡлы конкурстар ойоштора. Һайлау хоҡуғына һәм тауыш биреү процесына арнап юғары уҡыу йорттары студенттары һәм аспиранттары араһында үткәрелгән бәйге лә йылдан-йыл киңерәк ҡолас ала.

Быйыл конкурс ун беренсе мәртәбә ойошторолдо, унда республиканың ете юғары уҡыу йортонан студенттар ҡатнашты. Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институтында, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтында, Башҡорт дәүләт педагогия университетында, БДУ-ның Сибай, Нефтекама, Стәрлетамаҡ филиалдарында уҡыусылар ҙур әүҙемлек күрһәтте.
— Конкурс комиссияһы ағзалары билдәләүенсә, эштәр йылдан-йыл сифатлыраҡ була бара. Студенттарҙың тема менән тәрән ҡыҙыҡһыныуы күренә. Бәйгелә ҡатнашыусылар көнүҙәк мәсьәләләрҙе өйрәнгән, — тине Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев.
Комиссия хөкөмөнә барлығы 30-ҙан ашыу хеҙмәт тәҡдим ителгән. Еңеүсе тип алты кеше билдәләнде, дүрт кешегә дәртләндереү премияһы бирелде. Уларҙың ғилми етәкселәре лә дипломдар менән бүләкләнде.


Вернуться назад