Иҡтисад та хоҡуҡи ярҙамға мохтаж24.04.2013
Бөгөнгө көндә хоҡуҡ мәсьәләләренең ил иҡтисады үҫешенә йоғонтоһо баһалап бөткөһөҙ. Өфөлә үткән халыҡ-ара конференцияла ҡатнашыусылар тап ошо турала фекер алышты ла инде.
"Рәсәй иҡтисадын модернизациялауҙа шәхси хоҡуҡ роле" тип аталған халыҡ-ара конференция сит илдәрҙән, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән билдәле ғалимдарҙы, профессорҙарҙы, хоҡуҡ белгестәрен йыйҙы. Улар араһында юридик фәндәр докторы, Рәсәйҙең атҡаҙанған юрисы, Рәсәй Президенты советнигы Вениамин Яковлев та булды.
Конференция барышында үтә лә әһәмиәтле мәсьәлә – гражданлыҡ ҡануниәтендәге ил иҡтисадына йоғонто яһаясаҡ үҙгәрештәр буйынса фекер алышыу ойошторолдо. Был иң тәүҙә Гражданлыҡ кодексына ҡағыла: бигерәк тә предприятие, ойошмалар тураһындағы положениела, нотариат, килешеүҙәрҙе теркәү һәм сауҙа системаһында үҙгәрештәр етерлек. Унда ҡатнашыусылар ошо көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фекер йөрөттө һәм өҫтәмә тәҡдимдәр менән сығыш яһаны.
– Конференцияла ябай халыҡҡа ла йоғонто яһаясаҡ мәсьәләләр тураһында һөйләштек: мәҫәлән, хәҙер килешеүҙәр төҙөү тәртибе үҙгәрә. Шулай уҡ юридик шәхестәрҙең ойоштороу-хоҡуҡи нормаларында ла байтаҡ үҙгәреш бар, был "бер көнлөк" фирмаларға ҡаршы көрәшергә ярҙам итәсәк һәм предприятиеларға легаль эшмәкәрлеген көйләргә булышасаҡ, – тине Рәсәй Юристары ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе рәйесе урынбаҫары Азамат Хәсәнов.
– Минеңсә, сара һәммәбеҙ өсөн дә файҙалы һәм мәғлүмәтле булды. Ни тиһәң дә, гражданлыҡ хоҡуғы мәсьәләләре бер ваҡытта ла үҙ әһәмиәтен юғалтмай, – тигән фекерҙә Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институты директоры Илона Макаренко.