Хәстәрҙәр ҙә, уңыштар ҙа уртаҡ23.04.2013
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 20 апрелдә эш сәфәре менән Федоровка районында булды. Унда төбәк башлығы социаль-иҡтисади хәл менән танышты, ҡайһы бер предприятиеларға, учреждениеларға барҙы, район Советы депутаттары, предприятиелар, ойошмалар, бюджет учреждениелары етәкселәре, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, “Яҡташтар” проектында ҡатнашыусылар менән осрашты.
Балыҡлы ауылында Рөстәм Хәмитов яғыулыҡ-энергетика комплексы, нефть һәм газ сәнәғәте өсөн үткәргес торба деталдәре сығарған “Стрела” етештереү берекмәһен ҡараны. Предприятие 2011 йылда райондың әүәлге машина-технологик станцияһы бинаһында асылған.
Республика Президенты завод ҡорамалдарын ҡарап сыҡты, етештереү технологияһы менән танышты, клиенттар йәлеп итеү эше, киләсәккә пландар менән ҡыҙыҡһынды. Берекмә етәксеһе әйтеүенсә, предприятие атом сәнәғәте өсөн продукция етештереүҙе яйға һалыуҙы күҙаллай. Рөстәм Хәмитов, тармаҡ заказдар урынлаштырыу йәһәтенән отошло тип билдәләп, был башланғысты хупланы.
Артабан Башҡортостан етәксеһе Фрунзе исемендәге ауыл хужалығы кооперативының “500 ферма” программаһына ярашлы реконструкцияланған малсылыҡ биналарын ҡараны. Предприятиены яңыртыуға республика ҡаҙнаһынан 9,6 миллион һум субсидия бүленгән. Фермала эшләгән ҡатын-ҡыҙҙар эш шарттары, хеҙмәткә түләү хаҡында һөйләне. Һауынсының уртаса эш хаҡы 8–11 мең һум тәшкил итә, ләкин, һөт күләменә ҡарап, ике тапҡырға күберәк аҡса алыусылар ҙа бар.
Рөстәм Хәмитов Фрунзе исемендәге ауыл хужалығы кооперативының машина-трактор оҫтаханаһында техниканың сәсеүгә әҙерлеге менән ҡыҙыҡһынды. Күптән түгел хужалыҡ яңы “КамАЗ” һатып алған. Республика ҡаҙнаһынан бының өсөн 500 мең һум компенсация түләнгән. “Техника һатып алһағыҙ, субсидия бүләсәкбеҙ”, — тине республика башлығы.
Оҫтахана хеҙмәткәрҙәре менән осрашыуҙан һуң Рөстәм Хәмитов ауыл магазинына юл тотто, унда һатыусы менән һөйләште, магазин кәштәһендә үҙебеҙҙең етештереүселәрҙең продукцияһы булыу-булмау менән ҡыҙыҡһынды.
Эш сәфәре барышында республика башлығы әле төҙөлөш һәм реконструкция барған Покров-Еннат ирҙәр монастырында ла булды. Президент менән һөйләшкәндә монахтар монастырҙан ике саҡрым алыҫлыҡтағы изге шишмәгә илткән юлды төҙөкләндереүҙе һораны. Рөстәм Хәмитов был мәсьәләне хәл итеүҙә ярҙам күрһәтергә вәғәҙә бирҙе.
Төбәк башлығы Федоровка ауылындағы ҡайһы бер социаль объекттарҙы ҡарап сыҡты. 2010 йылда республика бюджеты иҫәбенә төҙөлгән физкультура-һауыҡтырыу комплексында уҡыусылар араһында футбол ярышы ойошторолған. Тәнәфестә балалар Рөстәм Хәмитовҡа Федоровкала бассейн төҙөү, Бала Сытырман ауылында спорт залын ҙурайтыу үтенесе менән мөрәжәғәт итте. Республика етәксеһе әйтеүенсә, бассейн төҙөү өсөн байтаҡ мәсьәләне хәл итергә, төҙөлөшкә аҙ сығымдар талап иткән арзан проект табырға кәрәк.
Артабан Рөстәм Хәмитов Федоровка үҙәк район дауаханаһында булды. 2011 йылда бында капиталь ремонт үткәрелгән. Президент стоматология һәм терапия бүлектәрен ҡарап сыҡты, пациенттарҙы ташыу өсөн тәғәйенләнгән реанимобиль ҡорамалын ҡараны. Әүәл бындай техниканы икенсе райондан саҡырып килтерер булғандар.
“Медицина технологиялар менән йыһазландырыу йәһәтенән алдынғы булырға тейеш. Ауырыуҙарҙы иҫкәртеү буйынса халыҡ араһында әүҙем эш алып барыу зарур. Үлемде кәметеү, тыуымды арттырыу буйынса ла сара күрергә кәрәк”, — тине Башҡортостан Президенты. Университетты тамамлағандан һуң районға эшкә килеп, “Ауыл табибы” программаһында ҡатнашыусылар менән аралашҡанда республика башлығы ошо программа буйынса йөкләмәләрҙең үтәлеше менән ҡыҙыҡһынды. Табиптар әйтеүенсә, торлаҡ мәсьәләһе хәл ителгән, пособие тулыһынса түләнгән.
“Ҡыңғырау” балалар баҡсаһында төбәк башлығы уйын һәм йоҡо бүлмәләрен, ашхананы ҡарап сыҡты. 2008 йылда элекке балалар баҡсаһы бинаһында 20 урынлыҡ тәүге өҫтәмә төркөм асылған. Былтыр заман талаптарына ярашлы тулыһынса реконструкция үткәрелгән. Физкультура һәм музыка дәрестәре өсөн кәрәк-яраҡ, мебель һатып алынған. Рөстәм Хәмитов балалар баҡсаһын юғары баһаланы, эштәрҙең сифатлы башҡарылыуын билдәләне. Уның әйтеүенсә, тиҙҙән райондағы мәктәпкәсә учреждениеларҙа урын етмәү мәсьәләһе борсомаясаҡ. Әле ҙур булмаған тағы бер баҡса төҙөргә кәрәк.
Федоровкаға эш сәфәренең аҙағында Башҡортостан Президенты район активы менән осрашыу үткәрҙе.