Бәләкәй эшҡыуарлыҡ тауышын ишетһендәр20.04.2013
Рәсәй Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Игорь Шувалов үткәргән кәңәшмәлә Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты менән “Рәсәй таянысы”ның шәхси эшҡыуарҙарға страховка иғәнәләрен субсидиялау йәки түбәнәйтеү аша ярҙам күрһәтеү тураһындағы башланғысы хупланды, тип белдерҙе ойошманың президенты Александр Бречалов.
“Шәхси эшҡыуарҙар өсөн страховка иғәнәләрен арттырыуға ҡаршы 100 000 ҡултамға” Дөйөм Рәсәй акцияһына ярашлы, ил төбәктәрендә 135 меңдән ашыу имза йыйылған.
Ил Президенты Владимир Путин страховка иғәнәләрен арттырыу һөҙөмтәһендә шәхси эшҡыуарҙарҙың үҙ кәсебен туҡтатыуына бәйле борсолоу белдергәйне. Федераль һалым хеҙмәтенең мәғлүмәттәренә ҡарағанда, былтыр ноябрь аҙағынан Рәсәйҙә 352 мең бәләкәй предприятие һәм йүнсел эшен туҡтатҡан. Владимир Путин ил Хөкүмәтенә “Рәсәй таянысы” йәмәғәт ойошмаһы менән берлектә, ике аҙна эсендә ошо мәсьәләне хәл итеү буйынса тәҡдим индерергә ҡушты.
Страховка иғәнәләрен арттырыу проблемаһы уҙған аҙнала Халыҡ фронтының Башҡортостандағы төбәк активы ҡарауына сығарылды. “Рәсәй таянысы”ның Башҡортостандағы бүлексәһе рәйесе Денис Мусин әйтеүенсә, Башҡортостанда 8 меңдән ашыу йүнсел эшмәкәрлеген туҡтатҡан. Улар араһында күпселекте район, ауыл эшҡыуарҙары тәшкил итә. “Иғәнәләрҙе арттырыу тураһындағы ҡарар юҡҡа сығарылмаһа, бәләкәй бизнесты юғалтасаҡбыҙ. Уның бер өлөшө “күләгәгә” китәсәк, икенсеһе эшһеҙлек буйынса пособие алыу өсөн хеҙмәт биржаһына юлланасаҡ. “Рәсәй таянысы”ның Башҡортостан төбәк бүлексәһе муниципаль берәмектәр халҡына һорау бирҙе. Сара барышында уларҙың барыһы ла борсолоу белдерҙе, страховка иғәнәләрен арттырыуҙы хупламаны. Фекер алышыу йомғаҡтары буйынса тейешле тәҡдимдәр индерәсәкбеҙ”, — тине Денис Мусин.
Әйткәндәй, “Opora 100000.net” сайтында илебеҙҙә шәхси эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙең иң киҫкен мәсьәләләре буйынса ирекле фекер алышыу бара.