Инвесторға юл асыҡ20.04.2013
Башҡортостан һәм Германия Федератив Республикаһы үҙ-ара хеҙмәттәшлекте көсәйтергә ниәтләй. Был хаҡта Рөстәм Хәмитовтың немец делегацияһы менән осрашыуында белдерелде.
Ике яҡты күп йыллыҡ дуҫлыҡ бәйләй. Иҡтисади хеҙмәттәшлеккә айырыуса ҙур иғтибар бирелә. Ике арала тауар әйләнеше һуңғы биш йылда элеккегә ҡарағанда өс тапҡыр тиерлек артҡан. Башҡортостанда немец компанияларының ике вәкиллеге, 31 берлектәге предприятие эшләй.
Әммә, Рөстәм Хәмитов фекеренсә, хеҙмәттәшлекте көсәйтергә кәрәк. Башҡортостан төрлө тармаҡ буйынса инвесторҙарға мохтаж, уларға уңышлы эшмәкәрлек алып барыу өсөн яҡшы шарттар булдырыласаҡ.
Германия Федератив Республикаһының Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы вәкиле Ульрих Бранденбург сығышында ике яҡлы хеҙмәттәшлеккә әҙер булыуҙарын белдерҙе. Делегация вәкилдәре Башҡортостанда йәйелдерергә теләгән проекттары менән таныштырҙы. Тәҡдимдәрҙең күбеһе сәнәғәт, һаулыҡ һаҡлау өлкәләренә, тирә-яҡ мөхитте таҙартыуға бәйле.