Йортто кем төҙөкләндерә?20.04.2013
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәте Президиумы ултырышын үткәрҙе. Унда күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлауҙың төбәк системаһын ойоштороу мәсьәләһе ҡаралды.

Төбәк системаһын төҙөү Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фонды аҡсаһы иҫәбенә финанс ярҙамы күрһәтеү шарттарының береһе булып тора. Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Сергей Афонин үҙенең сығышында билдәләүенсә, күп фатирлы йорттар милекселәре ай һайын дөйөм мөлкәтте капиталь төҙөкләндереүгә иғәнә түләргә тейеш. Бының өсөн капиталь ремонт фондын ойоштороу алымдарының береһен һайларға тәҡдим ителә. Уларҙың тәүгеһе — аҡсаны шәхси туплау — күп фатирлы йорттарҙың махсус иҫәбенә иғәнә индереүҙе күҙ уңында тота. Икенсе алым төбәк операторы иҫәбенә аҡса күсереүҙе билдәләй. Оператор, төбәк программаһына ярашлы, йортто төҙөкләндереү бурысын үҙ өҫтөнә ала. Рөстәм Хәмитов тәҡдим ителгән яңылыҡтарҙы тағы ла бер тапҡыр ентекле тикшереү бурысын ҡуйҙы.


Вернуться назад