Тәжрибәле, талапсан19.04.2013
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың алтмыш икенсе пленар ултырышы үтте. Унда республика Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.

Тәүҙә Рәсәй Федерацияһы Генераль прокурорының Андрей Назаровты Башҡортостан прокуроры итеп тәғәйенләүгә ҡарата депутаттарҙың ризалығы ҡаралды. Республика етәксеһе был тәҡдимде хуплауын белдерҙе.
– Андрей Назаров талапсан етәксе, белемле юрист һәм күп милләтле төбәктә ҙур тәжрибә туплаған шәхес булараҡ билдәле, — тине Рөстәм Зәки улы.
Депутаттар Андрей Назаров кандидатураһын бер тауыштан хупланы. Унан Рөстәм Хәмитов бығаса республика прокуроры вазифаһын башҡарып, хәҙер Ульяновск өлкәһенә эшкә күсерелгән Сергей Хуртинға намыҫлы хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерҙе һәм Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләне.
Ултырышта шулай уҡ республикалағы Кеше, Эшҡыуарҙар хоҡуғы буйынса вәкилдәрҙең 2012 йылдағы эшмәкәрлеге буйынса сығыштары тыңланды, закон проекттары тикшерелде.


Вернуться назад