Көнүҙәк мәсьәлә ҡаралды19.04.2013
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Президиумы ултырышында Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фонды — дәүләт корпорацияһы иҫәбенә финанс ярҙамы күрһәтеү шарттарының үтәлеше һәм күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау буйынса төбәк системаһын булдырыу мәсьәләһе ҡаралды.
Сарала республика Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты. Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалығы министры Сергей Афонин ошо мәсьәлә буйынса башҡарылған эштәргә байҡау яһаны, күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау буйынса төбәк системаһын булдырыуҙың мөһимлегенә туҡталды.
Һуңғы йылдарҙа Фондтың туранан-тура ярҙамы менән Башҡортостанда күп фатирлы йорттарҙы капиталь йүнәтеү буйынса алты һәм граждандарҙы авария хәлендәге йорттарҙан күсереү йүнәлешендә һигеҙ маҡсатлы программа тормошҡа ашырылған. 1 172 күп фатирлы йорт капиталь ремонтланған, 603-ө, авария хәлендә тип танылып, программаға индерелгән. Бөтәһе 256 мең кеше торлағын яҡшырта алған.