Шәмбе көндө Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Ышанмайым» тип аталған яңы ижтимағи хәрәкәт ағзалары менән осрашты. Рәсәйҙең Дәүләт Думаһына һайлауҙан һуң барлыҡҡа килгән һәм үҙ сафына алты меңгә яҡын кешене туплап өлгөргән был ойошмала күпселекте белемле һәм һәләтле йәштәр тәшкил итә.
Үҙ ҡарашын ҡыйыу белдереүсе егет һәм ҡыҙҙар менән әңгәмәнең Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында ойошторолоуы осраҡлы түгел һымаҡ. Халыҡты хоҡуҡи наҙанлыҡтан ҡотҡарыуҙы төп маҡсат иткән замана Аҡмуллалары, моғайын, республика етәксеһе үҙе килер һәм ярҙам ҡулы һуҙыр, тип көтмәгәндер ҙә.
Рөстәм Зәки улы тәүҙә йәштәргә үҙенең егерме йыл самаһы элек БАССР-ҙың Юғары Советына һайлауҙа нисек ҡатнашҡаны тураһында һөйләне.
– Ул саҡта мине күптәр ниәтемдән баш тартырға өгөтләне. Йәнәһе, барыбер үтә алмаясаҡмын. Шулай ҙа һайлаған юлымдан яҙлыҡманым, – тине Президент. – Тәүге турҙа 47 процентҡа өлгәшһәм, икенсеһендә 70 процент йыя алдым. Шуныһын билдәләгем килә: тауыш биреү барышына бик сифатлы контроль ойошторҙоҡ, күҙәтеүселәребеҙ һөҙөмтәләрҙең кемдеңдер файҙаһына үҙгәртелеүенә юл ҡуйманы.
Башҡортостан Президенты һайлауҙың намыҫлы үтергә һәм йомғаҡ яһағанда ентекле күҙәтеү булырға тейешлеген шул саҡта яҡшы аңлай башлауын әйтте. «Ошо һайлауҙа еңеү минең сәйәси карьерама ишек асты. Әгәр башта уҡ ниәтемдән кире ҡайтһам йәки мутлашыуға юл ҡуйылһа, мин бөгөн республикаға етәкселек итмәгән булыр инем, бәлки», – тине ул.
Рөстәм Зәки улы туҡһанынсы йылдар башындағы тауыш биреү һөҙөмтәләренең бик абруйлы кешеләрҙе сәйәсәттән китергә мәжбүр итеүе, уларға алмашҡа республика яҙмышын үҙ ҡулына алырлыҡ яңы шәхестәр килеүе хаҡында һөйләне, һайлау мәсьәләһенә һәр саҡ айырыуса етди ҡарауын белдерҙе.
– 2007 йылғы һайлау, белеүебеҙсә, бик шыма һәм ауырлыҡһыҙ үтте, ә бына быйылғы кампанияға әҙерлек еңел барманы, – тине Президент. – Һайлау алды эше менән шөғөлләнеүселәр әйтеүенсә, әлегеһенә быға тиклемге сараларға ҡарағанда мең тапҡырға күберәк тырышлыҡ һалынған. Мин үҙем дә, «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк исемлеге башында тороусы булараҡ, халыҡ алдында йыш сығыш яһаным, ябай кешеләрҙең тормошон яҡшыртыуҙы төп бурыс тип һанауымдың дөрөҫлөгөнә шунда инандым.
Д. УСМАНОВ.