Юрист кәңәштәре19.04.2013
Армияға алырға итәләр
— Аңлашылмаған хәл килеп сыҡты. Улыбыҙ 2011 йылда мәктәпте тамамлап, Өфө дәүләт авиация техник университетына коммерция нигеҙендә уҡырға ингәйне. Бер йылдан һуң шул уҡ уҡыу йортона һәм шул уҡ факультетҡа яңынан имтихандар тапшырҙы ла бюджет нигеҙендә киренән беренсе курста белем ала башланы. Ошо көндәрҙә уға военкоматтан хат килеп төштө. Имеш, улыбыҙҙы йәй көнө үҙ теләге буйынса уҡыуҙан сығарғандар, һәм ул хәрби хеҙмәтте кисектереү хоҡуғын юғалтҡан. Улыбыҙҙың әле белем алып йөрөүен дәлилләүсе белешмәләр, документтар бар, әммә хәрби комиссариатта беҙгә ышанмайҙар, уны хәрби хеҙмәткә алып китеү менән янайҙар. Ни эшләргә?
Гүзәл, Архангел районы.

— Рәсәй Федерацияһының “Хәрби бурыс һәм хәрби хеҙмәт тураһында”ғы Закондың 24-се статьяһына ярашлы, хәрби хеҙмәтте кисектереү хоҡуғы уҡыу йорттарында көндөҙгө бүлектә уҡыған граждандарға бирелә. Уҡыу йортоноң тейешле йүнәлеш буйынса һөнәри юғары белем биреү өсөн дәүләт аккредитацияһы булырға тейеш. “Мәғариф тураһында”ғы Закондың 33.2-се статьяһына ярашлы, дәүләт аккредитацияһы үткән юғары уҡыу йортона Дәүләт аккредитацияһы тураһындағы таныҡлыҡ бирелә.
Улығыҙ уҡыған уҡыу йортона барып, ошо таныҡлыҡтың раҫланған күсермәһен һорап алығыҙ һәм, шунда егеттең уҡып йөрөүен дәлилләүсе белешмәне лә ҡушып, хәрби комиссариаттың канцелярияһына тапшырығыҙ. Мотлаҡ хат яҙығыҙ. Унда үҙегеҙҙең йәшәгән адресығыҙҙы һәм ебәрелгән документтар исемлеген күрһәтегеҙ. Ул былайыраҡ булырға тейеш: “Мин хатымда шундай-шундай юғары уҡыу йортоноң шул һанлы дәүләт аккредитацияһы тураһындағы таныҡлығын һәм шундай формалағы көндөҙгө бүлектә уҡып йөрөүемде дәлилләгән белешмә һалам”. Хаттың һәм ебәреләсәк документтарҙың икенсе күсермәһен үҙегеҙгә ҡалдырығыҙ. Канцелярияла килгән документтар кенәгәһенә хатығыҙҙы теркәүҙәрен, ә һеҙҙең күсермәгә теркәлгәндән һуң бирелгән һанды һәм документтарҙы ҡабул иткән хеҙмәткәрҙең имзаһын ҡуйыуҙы һорағыҙ. Әгәр быны эшләүҙән баш тартһалар, барлыҡ документтарҙы (һәм уларҙың исемлеген) почта аша белдереү ҡағыҙы менән ебәрегеҙ. Быны нисек эшләргә икәнлеген почтала беләләр. Хәрби комиссариат һеҙҙең хатҡа мотлаҡ яуап бирергә тейеш.


Вернуться назад