Өфө һайлауға әҙерме?18.04.2013
Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Станислав Вавилов Башҡортостанға эш сәфәре барышында Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов менән осрашты. Әңгәмәлә шулай уҡ республика Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ҡатнашты. Яҡтар сентябрҙә үтәсәк республика парламентына һайлау мәсьәләләрен тикшерҙе.

Ирек Ялалов әйтеүенсә, республикала теркәлгән барлыҡ партиялар аныҡ сәйәси позицияға эйә, әгәр улар власты тәнҡитләй икән, был тәнҡит – конструктив. Ҡала хакимиәте уны эшмәкәрлегендә ҡулланма итеп ала. Станислав Вавиловтың һайлау участкаларының торошо тураһындағы һорауына Өфө башлығы: “Был йәһәттән проблемалар юҡ”, — тип яуапланы. Участкаларҙың барыһы ла тейешле техник саралар, мебель менән тәьмин ителә, улар билдәләнгән ваҡытҡа тулыһынса әҙер буласаҡ.
Станислав Вавилов һәм Комиссия аппаратының Һайлауҙы ойоштороу идаралығы начальнигы урынбаҫары Сергей Васильев баш ҡалабыҙҙағы ҡайһы бер территориаль-һайлау комиссияларында булды. Октябрь районында ҡунаҡтар участка һайлау комиссияларын ойоштороу һәм 2013—2018 йылдарға резерв булдырыу йомғаҡтарын тикшерҙе.
Станислав Вавилов һайлауға әҙерлек йәһәтенән территориаль һайлау комиссияһының һәм район хакимиәтенең эшен юғары баһаланы.


Вернуться назад