Дәүләт Думаһында — "Хөкүмәт сәғәте"18.04.2013
Рәсәй Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһында "Хөкүмәт сәғәте" үткәреү — башҡарма властың эшмәкәрлегенә парламент контроле алымдарының береһе.
"Хөкүмәт сәғәте" палатаның сираттағы сессияһына алдан уҡ планлаштырыла. Ул Дәүләт Думаһы ултырыштарының береһендә раҫлана.
Дәүләт Думаһы Советы был сараны мәсьәләләрҙе ҡарау календарының проектына индерә һәм федераль министрға йәки башҡа вазифалы кешегә саҡырыу ҡағыҙы ебәрә. Йыл башынан алып Рәсәй юстиция министры А. Коновалов, һаулыҡ һаҡлау министры В. Скворцова, мәҙәниәт министры В. Мединский, тәбиғәт ресурстары һәм экология министры С. Донской, ауыл хужалығы министры Н. Федоров Дәүләт Думаһы депутаттары алдында сығыш яһаны.
Рәсәйҙең Генераль прокуроры Ю. Чайка сараға ике тапҡыр саҡырылды. 20 февралдә ул Рәсәй Федерацияһының Тәфтиш комитеты рәйесе А. Бастрыкин менән мәсьәләләрҙе тикшереүҙә ҡатнашһа, 22 мартта федераль башҡарма власть органдары тарафынан Рәсәй Президентының "Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларҙы яҡлау өлкәһендәге дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса ҡайһы бер саралар тураһында"ғы Указын тормошҡа ашырыу, баланы уллыҡҡа алыу буйынса фекер алышты. "Хөкүмәт сәғәте"нә шулай уҡ Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары О. Голодец, мәғариф һәм фән министры Д. Ливанов, сит ил эштәре министры С. Лавров саҡырылғайны.
Йыл башынан Дәүләт Думаһы ултырыштарының көн тәртибенә 425 федераль закон проекты индерелде. Шуларҙың 80-е — беренсе, 54-е — икенсе, 50-һе өсөнсө уҡыуҙа ҡабул ителһә, 143-ө кире ҡағылды. Ҡабул ителгәндәр иҫәбенә торлаҡты бушлай хосусилаштырыу ваҡытын 2015 йылдың 1 мартына тиклем оҙайтыу, тәмәке тартыуҙы сикләү, Рәсәйҙең Иҫәп палатаһы, дәүләт һәм муниципаль ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү өсөн тауар, эш, хеҙмәт һатып алыу өлкәһендә контракт системаһы, бала саҡтан I группа инвалидтарына, инвалид балаларға социаль пенсия күләмен арттырыу тураһындағы закондар инә. Һуңғы закон Рәсәй Президентының былтыр 28 декабрҙә ҡул ҡуйған 1688-се Указын тормошҡа ашырыу маҡсатында әҙерләнгәйне. Унда быйыл 1 ғинуарҙан халыҡтың ошо категорияһына социаль пенсияны айына 8 704 һумға тиклем еткереү күҙҙә тотола.
Федераль ҡаҙнаның өҫтәмә ассигнованиелары быйыл — 15,32 миллиард, 2014 йылда — 17,96 миллиард, 2015 йылда 20,02 миллиард һум тәшкил итәсәк. Федераль бюджетта ла, Рәсәй Пенсия фонды ҡаҙнаһында ла ошо күләмдәге аҡса ҡаралған.
Кисә Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев отчет менән сығыш яһаны. Ил Конституцияһына ярашлы, Хөкүмәттең эшмәкәрлек һөҙөмтәләре тураһындағы йыллыҡ отчетты тыңлау Федераль Йыйылыштың Дәүләт Думаһы вәкәләттәре иҫәбенә инә.