Тотороҡлолоҡ – тайпылышһыҙ үҫеш ул20.12.2011
Үткән аҙнаны ла, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тыныс осорҙар иҫәбенә индерә алмайбыҙ. Донъяның төрлө мөйөштәрендә эреле-ваҡлы низағтар, мәғәнәһеҙ ҡан ҡойоштар дауам итә, Рәсәйҙә лә йәмғиәттәге тотороҡлолоҡто тәьмин итеү өсөн байтаҡ көс һалырға тура килә.
АҠШ Ираҡтағы туғыҙ йылға һуҙылған хәрби операцияһын тамамланды тип иғлан иткән. Был уңайҙан Бағдадта үҙенә күрә тантана ла ойошторғандар. «Ҡалған дүрт мең хәрби 31 декабргә тиклем Ираҡ менән хушлашасаҡ», – тип белдергән унда АҠШ-тың оборона министры.
Президент Барак Обаманың әйтеүенсә, Ираҡ уларҙы үҙаллы, тотороҡло һәм етеш дәүләт булараҡ оҙата. Шулай ҙа Америка бәйләнеште тулыһынса өҙөргә йыйынмай: дипломаттарҙан, белгестәрҙән, һаҡсыларҙан торған 16 меңлек «ғәскәр»ен ҡалдыра. Йәнәһе, Ираҡ халҡы алдағы йылдарҙа ла ярҙамға мохтаж буласаҡ, «миһырбанлы» американдар уларҙы ауыр хәлдә ташлап китә алмай.
Нисек кенә булмаһын, АҠШ етәкселеге әлеге һуғышты һис тә үҙенең тарихи хатаһы тип танырға теләмәй, киреһенсә, ҡаҙаныштар исемлегенә яҙмаҡсы. Шуның менән улар дүрт мең ярым һалдатты һәләк иткән һәм бер триллиондан ашыу долларҙы юҡҡа сығарған мәғәнәһеҙ хәрби операцияға ҡаршы сығыш яһаусы ватандаштарының ауыҙын томаларға уйлай буғай. Ошо уҡ яуҙарҙа Ираҡтың яҡынса 100 мең кешеһе үлтерелгән…
Аҙна аҙағында Ҡаҙағстанда ла аяныслы хәлдәр булып алды: илдең бойондороҡһоҙлоғо көнөн байрам иткәндә, Жанаозен (Яңы Үҙән) ҡалаһында нефтселәр менән полиция араһында һуғыш сыҡҡан. Рәсми мәғлүмәттәрҙә тиҫтәнән ашыу кешенең һәләк булыуы хаҡында һүҙ бара, ләкин, урындағы халыҡтың фекеренә ҡарағанда, ҡорбандарҙың бер нисә тапҡырға күберәк булыуы ла ихтимал.
Низағтар һигеҙенсе ай дауам итә икән. Сәбәбе – етәкселәрҙең нефтселәргә хеҙмәт хаҡын арттырырға теләмәүе. Халыҡтың талаптарына иғтибар бирмәүҙәре, иң ҡыйыу сығыш яһағандарҙы эштән ҡыуыуҙары дәғүә белдереүселәрҙең асыуын көсәйткән генә. Бик ҙур төркөм, байрам концерты мәлендә ҡапыл күтәрелеп сығып, полиция хеҙмәткәрҙәренә ташланған, машиналарҙы һәм биналарҙы үртәгән, тәртип һаҡсыларына ҡорал ҡулланырға тура килгән, тип хәбәр итә мәғлүмәт саралары. Һуғыштарҙың аҙаҡ ошо Манғыштау өлкәһенең үҙәге Аҡтау ҡалаһына, башҡа урындарға ла күсеүе билдәле булды.
Рәсәйгә килгәндә, беҙҙең етәкселек һаман да тотороҡлолоҡҡа ынтыла, ҡатмарлы мәсьәләләрҙе тыныс юл менән хәл итергә тырыша. Үткән аҙнала, ниһайәт, илебеҙҙе Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына индерҙеләр. Шулай итеп, 18 йылға һуҙылған эштең осона сыҡтыҡ. Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры, яҡташыбыҙ Эльвира Нәбиуллина ойошманың министрҙар конференцияһында: «Донъя бик ауыр осор кисерә, шундай шарттарҙа Рәсәй Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы менән берлектә тотороҡлолоҡ тәьмин итергә әҙер», – тип белдерҙе.
Мөһим сара айҡанлы хатта оппозиция тупларға йыйынған элекке финанс министры Алексей Кудрин да Хөкүмәт делегацияһына ҡушылғайны. «Был ойошмаға инеү илебеҙҙең эске тулайым продуктын ун йыл дауамында йылына 0,4 процентҡа үҫтереү мөмкинлеге бирә», – тип ҡыуанысын уртаҡлашты ул. Әммә башҡа илдәр рәсәйҙәрҙән дә нығыраҡ шатланды кеүек. Мәҫәлән, Бөтә донъя сауҙа ойошмаһының генераль секретары Паскаль Лами илебеҙҙе яңы сафта лидер итеп күрергә теләүен йәшермәне. Әле Рәсәйҙең иҡтисады ҡеүәт йәһәтенән донъяла алтынсы урынды биләй.
Тотороҡло илдә президент булырға теләүселәрҙең күплегенә аптырайһы түгел. Уҙған аҙнала кандидаттар исемлегендә яңыраҡ ҡына һайлау һынауын үткән Геннадий Зюганов, Григорий Явлинский, Владимир Жириновский ҙа теркәлде. Уларҙы сәйәси партиялар тәҡдим иткән булһа, олигарх Михаил Прохоров, оппозицияла йөрөүсе Эдуард Лимонов һәм тағы биш-алты кеше кандидатураларын үҙаллы ҡуйған.
Борис Грызлов Дәүләт Думаһының был саҡырылышына етәкселек итеүҙән баш тартҡас, «Берҙәм Рәсәй» партияһы парламент рәйесе вазифаһына әлегә тиклем Рәсәй Президенты Хакимиәте етәксеһе булып эшләгән Сергей Нарышкинды тәғәйенләргә теләк белдерҙе. Башҡа фракциялар ҙа үҙ кешеһен тәҡдим итәсәк, әммә мәсьәлә һайлауҙа иң күп тауыш йыйған партия файҙаһына хәл ителер кеүек. Ғөмүмән, Думаның яңырыуы башҡарма власҡа бер аҙ үҙгәреш индерҙе: Сергей Нарышкиндан тыш, вице-премьер Александр Жуков та депутат булып үтте. Шул уҡ ваҡытта сәнәғәт һәм сауҙа министры Виктор Христенконың яңы төҙөлгән Евразия иҡтисади комиссияһына эшкә күсәсәге хаҡында хәбәр ителде.
Үҙгәрештәр алда әле. Быны заман үҙе талап итә. Үткән аҙнала, Дәүләт Думаһына һайлауҙың һөҙөмтәләренә ҡарата күп кеше дәғүә белдергәс, Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев былай тине: «Беҙ һуҡыр ҙа, һаңғырау ҙа түгел. Халыҡтың теләктәрен дә, дәғүәләрен дә беләбеҙ. Үҙгәрештәрҙе үҙебеҙ башларға тейешбеҙ, яуаплылыҡты иңебеҙгә алырға бурыслыбыҙ». Премьер-министр Владимир Путин да халыҡ менән тура эфир аша аралашыуында элекке кеүек ҡаҙаныштарҙы барламаны, ә фәҡәт әлеге ҡатмарлы ваҡиғалар, хәл итәһе мәсьәләләр тураһында һөйләне. Былар ил етәкселәренең тәү сиратта йәмғиәттәге тыныслыҡты һаҡларға тырышыуын күрһәтә. «Үҙгәрмәйенсә алға бара алмайбыҙ. Тотороҡлолоҡ – бер урында тапаныу түгел, ә тайпылышһыҙ үҫеш ул», – тине Владимир Путин.
Башҡортостанда ла Дәүләт Думаһына һайлау менән бәйле үҙгәрештәр булып алды. Бәхеткә күрә, барыһы ла ыңғай һәм йылдам хәл ителә. Ике вице-премьерҙың депутатҡа әйләнеүе, Хөкүмәт рәйесенең яңы урынбаҫары барлыҡҡа килеүе, Өфө мэрының алмашыныуы һәм башҡа тәғәйенләнеүҙәр күҙ асып йомған арала тиерлек булып үтте. Һис шикһеҙ, Рәсәйҙең иң юғары закондар сығарыу органы ла, республиканың башҡарма власы ла көсәйер генә.
Шуны билдәләге килә: «Берҙәм Рәсәй»ҙең Башҡортостанда 70 проценттан ашыу тауыш йыйыуын Президент Рөстәм Хәмитовҡа ышаныс күрһәткесе тип баһаларға нигеҙ бар, сөнки партияның һайлау исемлеге башында ул торҙо. Властың халыҡ мәнфәғәтен нисек ҡайғыртыуы, ҡағиҙә булараҡ, ошондай саралар һөҙөмтәһендә асыҡ күренә. Беҙҙең Президент һынауҙы күптәрҙән уңышлыраҡ үтте.
Даян МӘЖИТОВ


Вернуться назад