Ыҙғыш яҡшыға алып килмәй16.04.2013
Рәсәй менән АҠШ араһында “исемлек һуғышы” дауам итә, һәм был низағтың насар эҙемтәләргә килтереү ихтималлығы бар. Үткән аҙнала киң билдәле сәйәсмән Маргарет Тэтчерҙың үлеме, “батька”ның “итәк ҡырҡып ең ялғарға” тырышыуы ла иғтибар үҙәгендә булды.
“Исемлек һуғышы” башланды
Америка Ҡушма Штаттарының финанс министрлығы “Магнитский акты” буйынса Рәсәй чиновниктарының исемлеген раҫланы. Был исемлеккә 18 кеше индерелгән. Билдәле булыуынса, былтыр декабрҙә АҠШ Конгресы президентҡа “Магнитский акты” исемле закон проектын тәҡдим итеп, Барак Обама был документҡа ҡул ҡуйғайны. Ул саҡта конгресмен Джеймс Макговерн исемлеккә 280 Рәсәй чиновнигын индерергә тәҡдим иткәйне. Ә Барак Обама хакимиәте шуларҙан 18 кешене генә ҡалдырған. Был АҠШ етәкселегенең Рәсәй менән ул тиклем үк тәмһеҙләшкеһе килмәүен аңлата. Дөрөҫ, Макговерн кеүек конгресмендар исемлектең оҙонайтыласағын белдерә. Тик Обама яңыһына ҡул ҡуйырмы, юҡмы — билдәһеҙ.
Әле унда индерелгән 18 кешенең 16-һы Сергей Магнитскийҙың үлеменә ҡағылышы бар тип иҫәпләнелә. Ҡалған икәүһе Чечня кешеләре, һәм улар Чечня эмигранттарын үлтереүҙә ғәйепләнеүселәр. Шулай уҡ йәшертен исемлек әҙерләнеүе лә билдәле булды. Йәғни уныһына кемдәрҙең индерелгәнен АҠШ яғы ғына белә. АҠШ тарафынан алып барылған ошондай сәйәсәт Рәсәй етәкселеген оторо ярһытып ебәрҙе. Әле Дәүләт Думаһы депутаттары “Магнитский акты”на ҡаршы яңы исемлек әҙерләү менән мәшғүл. Быға тиклем “Дима Яковлев” шартлы исеме аҫтында бер документ ҡабул ителгәйне. Ошо “ҡара” исемлектәгеләр Рәсәйгә һәм уның союздаш илдәренә инеү мөмкинлегенән мәхрүм ителә. Рәсәй тарафынан төҙөләсәк исемлеккә, моғайын да, Гуантанамо төрмәһе һәм ЦРУ-ның үҫешә барыусы илдәрҙә урынлашҡан йәшертен төрмәләренә ҡағылышы булған чиновниктар индерелер тип көтөлә. Шулай уҡ халыҡ-ара кеше хоҡуҡтарын боҙоуға йүнәлтелгән эшмәкәрлек алып барыусы башҡа чиновниктарҙың да унда эләгеүе ихтимал.
Нисек кенә булмаһын, АҠШ менән Рәсәй араһында “исемлек һуғышы” башланды, һәм был ниндәйҙер кимәлдә уҙған быуаттағы “һалҡын һуғыш” уйынын хәтерләтә. Ул саҡта кемдең ядро ҡоралы күберәк, шуның һүҙе өҫтөнгә сыҡһа, бөгөн кемдең исемлеге оҙонораҡ һәм “ҡуйыраҡ” (юғарыраҡ вазифа биләгән чиновниктар һанына ҡарап) икәнлегенә ҡарап фекер йөрөтөлә. Был хәл артабан ошолай дауам итһә, “кеҫәнән генә йоҙроҡ төйнәшеүҙәр” асыҡтан-асыҡ яғалашыуға ла алып килеүе ихтимал. Шуға ла ҡайһы яҡ булһа ла башлап килешеү аҙымы эшләргә тейештер. Тик әлегә бер кем дә бирешергә теләмәй, һәм хәлде яйға һалыу өсөн илселәрҙән ҙур тырышлыҡ талап ителә.

“Тимер”ҙә бөгөлә


Үткән аҙнала донъя сәйәсәте ҙур юғалтыу кисерҙе – уҙған быуаттың иң күренекле сәйәсмәндәренең береһе, Бөйөк Британияның элекке премьер-министры Маргарет Тэтчер 87 йәшендә вафат булды. Был ханым үҙ иленең ысын патриоты булараҡ Бөйөк Британия өсөн байтаҡ ыңғай эштәр башҡара. Ил иҡтисадын һаҙлыҡтан һөйрәп сығарыуы ғына етмәй (ул власҡа килгәндә илдә инфляция кимәле йылына 20 процент була һәм 10 йыл һуҙымында был һанды 1-2 процентҡа ҡалдырыуға өлгәшә), сәйәсәттә лә уңыш ҡаҙана. Быға тиклем “тимер ҡоршау” артында йәшәгән СССР-ға ла башлап ул юл яра. 1984 йылда Михаил Горбачев менән осрашыуы быға сәбәпсе була, һәм ул ике ил араһында быға тиклем булған аңлашылмаусанлыҡты яйларға мөмкинлек таба. Һөҙөмтәлә Көнбайыш менән Көнсығыш араһы “яҡыная”. “Тимер туташ” исеме алған Маргарет Тэтчер үткән быуатта Бөйөк Британия тарихында власта иң оҙаҡ ултырған премьер-министр булараҡ та хәтерҙә ҡаласаҡтыр.

“Батька” аптырата

Белоруссия президенты Александр Лукашенко дәүләт чиновниктарын 25 процентҡа тиклем ҡыҫҡартыу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Эйе, донъя финанс көрсөгө Белоруссияны ла урап уҙманы, һәм “батька” оптималләштереүҙе юғарынан башламаҡсы булды. Ҡыҫҡартыуға эләккән дәүләт чиновнигына байтаҡ ҡына өҫтөнлөктәр ҙә ҡарала. Мәҫәлән, банктан алған кредиты булһа уны бер йыл түләмәй тора ала. Шулай уҡ дәүләт иҫәбенә ял йортонда сәләмәтлеген нығытыу форсаты бирелә. Ҡыҫҡартыуға эләгеүселәргә бюджет учреждениеларында эшкә урынлашыу мөмкинлеге лә ҡаралған. Йәғни берәүҙе лә урам буйында ҡалдырмаясаҡтар һәм бының барыһы ла дәүләт ҡаҙнаһы иҫәбенә атҡарыла.
”Батька”ның был ҡылығын итәк ҡырҡып ең ялғарға маташыу менән генә тиңләп булыр ине. Ә эш урынын һаҡлап алып ҡалыусылар бынан тик отасаҡ ҡына. Сөнки эштән ебәрелгәндәр иҫәбенә уларҙың хеҙмәт хаҡын арттырыу күҙаллана. Оптималләштереү менән бәйле Белоруссияла ҡайһы бер ведомстволар бөтөрөлә, министрлыҡтар үҙгәртеп ҡорола. Прокуратура, суд органдары ла үҙгәреш кисерә. Дәүләт власы органдарын 25 процентҡа ҡыҫҡартыу ил ҡаҙнаһын 130 миллион долларға экономияларға мөмкинлек бирәсәк, ти белгестәр. Илдең башҡа сығымдарына күҙ һалһаң, был сумма диңгеҙҙәге бер тамсы кеүек кенә күренә. Белоруссияның быйылғы бюджеты 14,3 миллиард доллар итеп раҫланған. Шуның ҡап яртыһы – 7,5 миллиард доллары – дөйөм дәүләт эшмәкәрлеген көйләүгә йүнәлтелгән. Йәғни шул уҡ министрлыҡтар, төрлө кимәлдәге депутаттар корпусы, президент хакимиәте, урындағы власть органдарын тотоуға ил ҡаҙнаһының яртыһы китә тигән һүҙ. Унан килеп, 130 миллион долларҙы янда ҡалдырыу нимә генә инде ул. Былтыр “батька” үҙенә Төркмәнстандың элекке президенты, мәрхүм Сапурмурат Ниязовтың бәҙрәфенә тиклем алтын менән ялатылған “Боинг” самолетын 100 миллион долларға һатып алғайны. Эйе, үҙҙәренә тигәндә улар аҡса йәлләп, экономиялап тормай шул. Ҡайһылай ғына булмаһын, Александр Лукашенконың чиновниктар армияһын 25 процентҡа тиклем ҡыҫҡартыу хаҡындағы Указын ыңғай яҡтан баһаларға була. Владимир Путин да уның өлгөһөнә эйәрмәҫме икән? Юғиһә беҙҙә мәктәптәр, дауаханалар күпләп ябыла, ә чиновниктар армияһы арта бара. Ошоға сик ҡуйылһа ине.


Вернуться назад