“Россельхозбанк” идараһы рәйесе менән осрашыу13.04.2013
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Мәскәүҙә “Россельхозбанк” асыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе Дмитрий Патрушев менән осрашты.
Унда республикалағы ауыл хужалығы эштәрен финанслау, быйылғы сәсеү һәм ураҡ кампаниялары хаҡында һүҙ барҙы. Шулай уҡ Ҡарлыман, Раевка шәкәр заводтарын үҫтереү, ошо предприятиеларға берлектә идара итеү мәсьәләләре тикшерелде.