Ярҙам һорап – республика башлығына13.04.2013
Кисә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов граждандар ҡабул итте. Ярҙамға өмөтләнеп, ете кеше килгәйне.
Рәсәй Президентының Йәмәғәт башланғысында граждандарҙы ҡабул итеү бүлмәһендә ойошторолған сарала Ишембай ҡыҙы Ольга Полевкина ҡалалағы берҙән-бер парктың бик ҡотһоҙ хәлдә булыуына зарланды. Ағастар ҡороған, байтаҡ йылдар эшләгән аттракциондар иҫкергән. Ул Рөстәм Зәки улынан Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылында паркты төҙөкләндереүҙе һораны. Республика башлығы ниәтте хупланы.
Йәш табип Зиннур Нурғаянов Өфөләге 18-се ҡала дауаханаһында эшләй. Уның торлағы юҡ, һәм ул Президенттан табиптар өсөн социаль торлаҡ төҙөү мөмкинлеген белеште.
— Бергә уҡыған иптәштәремдең күбеһе ауылға эшкә китергә мәжбүр, сөнки унда “Ауыл табибы” программаһы буйынса торлаҡ мәсьәләһен тормошҡа ашырыу күпкә еңелерәк. Тик ҡала дауаханалары өсөн дә кадрҙар кәрәк бит, беҙҙең дә торлаҡ проблемаһы хәл ителһен ине, — ти ул.
Был, әлбиттә, бик күп аҡса талап иткән, ҡатмарлы мәсьәлә. Шулай ҙа Президент уны хәл итеү юлдарын уйларға вәғәҙә бирҙе.
Өфөнән йорт комитеты рәйесе Елена Ғәббәсова торлаҡ хужалығы идаралығы һәм торлаҡ-эксплуатация участкаһы хеҙмәткәрҙәре эшмәкәрлеге менән ҡәнәғәтһеҙлеген белдерҙе. Ғөмүмән, һәр ваҡыттағыса, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ — ҙур проблемалар сығанағы. Ошо ҡатын йәшәгән йортта ғына ла улар тулып ята: урам йыйыштырыусылар етмәй, дөйөм йорт кәрәк-ярағы өсөн түләүҙәр менән ҡәнәғәт түгелдәр, сүп-сар ташлаусыларға ҡаршы сараларҙың булмауы һәм башҡалар. Һөҙөмтәлә, Рөстәм Зәки улы был йорт менән барып танышырға булды.
“Алмаз-Холдинг” ювелир компанияһының үҫеш буйынса директоры Илья Седовтың мөрәжәғәте лә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Ул республикала заманса ювелир сәнәғәте булдырырға тәҡдим итә. Әүҙем егет 2005 йылда үҙенең кандидатураһын район Советына депутатлыҡҡа теркәргә тырышҡан, әммә бер ни ҙә килеп сыҡмаған. Имеш, йәш башың менән ҡайҙа тығылаһың. Эше буйынса республикалағы чиновниктар менән йыш аралашҡан ир урындағы чиновниктарҙың ҡаты бәғерлелегенә, уйлап сығарылған ҡаршылыҡтар булдырыуына зарлана. Рөстәм Зәки улы уға көҙөн төбәктең Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайына үтәсәк һайлауҙа ҡатнашырға, был эштең нисек ойошторолоуын үҙ күҙҙәре менән күрергә тәҡдим итте.
“Солнечный круг” белем биреү үҙәген ойоштороусы ҡатын мәктәпкә тиклем һәм мәктәп йәшендәге балаларға яңы белем биреү үҙәге төҙөү өсөн ер алып бирешеүҙә ярҙам һорай. Бер пенсионер Салдыбаш урмансылығында йүкәләрҙе ҡырҡыуҙы туҡтатыуҙы талап итә. Билдәле шәхес, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Ләлә Бейешеваны республиканан ситтә уҡыған балаларҙың яҙмышы борсой. Ул Президенттан уларҙы кире ҡайтарыу, эш менән тәьмин итеүҙә ярҙам һораны.