Хеҙмәттәшлек арта13.04.2013
Хеҙмәттәшлек артаБашҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән Рәсәйҙәге ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияның яуаплы секретары Григорий Орджоникидзе хеҙмәттәшлек тураһындағы коммюникеға ҡул ҡуйҙы. Меморандумдың нигеҙен тәшкил итәсәк документта Комиссия ағзалары менән декабрҙәге осрашыуҙың йомғаҡтары сағылдырыла.

Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, 1–2 октябрҙә ЮНЕСКО-ның Париждағы штаб-фатирында республика менән халыҡ-ара таныштырыу сараһына әҙерлек дауам итә. Эш планға ярашлы алып барыла, ул сентябрҙә тамамланасаҡ.
— Башҡортостандың халыҡ-ара хеҙмәттәшлеге үҫә, — тине Президент. — Беҙ ай һайын тиерлек, ә ҡайһы саҡта унан да йышыраҡ сит ил илселәрен ҡабул итәбеҙ. Уҙған аҙнала беҙгә Франция илсеһе Жан де Глиниасти килде. Уның менән буласаҡ таныштырыу мәсьәләләрен тикшерҙек. Илсе ярҙам күрһәтергә вәғәҙә итте. Минеңсә, был эште үҙебеҙ ҙә атҡарып сығасаҡбыҙ. Теләге булһа, Франция илсеһен дә сараға саҡырырбыҙ.
Ҡул ҡуйылған коммюникеға ярашлы, алда ҙур эш көтә. Республикала геопарк ойоштороу күҙаллана. Шулай уҡ яңы тәбиғәт комплекстарын, Шүлгәнташ мәмерйәһен Бөтә донъя мәҙәни мираҫ исемлегенә индереү дауам итәсәк. Тағы ла бер йүнәлеш — Бөтә донъя мәҙәни һәм тәбиғи мираҫтың Рәсәй милли комитетында ЮНЕСКО кафедраһы филиалын асыу, Шүлгәнташ мәмерйәһе ҡарамағында музей-ҡурсаулыҡ ойоштороу.
Григорий Орджоникидзе билдәләүенсә, документҡа ингән күп кенә мәсьәләләрҙең һәм бурыстарҙың ҡайһы берҙәре әле хәл ителгән. Республика менән таныштырыуға килгәндә, Комиссияның яуаплы секретары, сараның күләмен алдан уҡ билдәләргә кәрәк, тине. Ул шулай уҡ Стәрлетамаҡтағы 14-се, Салауаттағы 17-се, Өфөләге 13-сө мәктәптәрҙе ЮНЕСКО-ның ассоциацияланған мәктәптәре селтәренә индереү өсөн сертификат тапшырҙы.


Вернуться назад