Башҡортостан Республикаһы Президенты бойороғо менән Мәғлүмәт технологиялары агентлығы етәксеһе урынбаҫары тәғәйенләнде. Ул – тәжрибәле инженер-программист Юрий Крюков.
1993 йылдан бөгөнгәсә “Башнефть” акционерҙар нефть компанияһы структураһында инженер-программист, бүлек начальнигы, департаменттың төп белгесе вазифаларын башҡарған.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Мәғлүмәт технологиялары буйынса агентлыҡ былтыр ноябрҙә Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығын үҙгәртеп ҡороу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килде, уның етәксеһе итеп Илдар Ямалов тәғәйенләнде. Агентлыҡҡа йөкмәтелгән төп бурыстарҙың береһе – электрон хөкүмәтте булдырыу.