Эльвира Нәбиуллина — Рәсәй банкы рәйесе11.04.2013
Эльвира Нәбиуллина — Рәсәй банкы рәйесеРәсәй Дәүләт Думаһы яҡташыбыҙ Эльвира Нәбиуллинаны Рәсәй банкы рәйесе итеп тәғәйенләне. Был вазифаны ул дүрт йыл биләйәсәк.

Асыҡтан-асыҡ тауыш биреү барышында 360 депутат ошо ҡарарҙы хупланы, 20 кеше ҡаршы тауыш бирҙе, бер парламентарий икеләнеү белдерҙе. Рәсәй банкы рәйесе вазифаһына Эльвира Нәбиуллинаның кандидатураһын ил Президенты Владимир Путин тәҡдим иткәйне. Яҡташыбыҙ Финанс баҙары буйынса федераль хеҙмәт менән берләштерелгән Рәсәй банкына етәкселек итәсәк. Дәүләт Думаһында сығыш яһап ул, Үҙәк банк иҡтисади үҫешкә булышлыҡ итергә тейеш, тип белдерҙе. Инфляцияны йылына 3–4 процентҡа кәметеү банктың аҡса-кредит сәйәсәтендә төп бурыс буласаҡ. Киләсәккә маҡсаттар иҫәбенә шулай уҡ үҫеш рәүешен үҙгәртеү, эшҡыуарлыҡты үҫтереү, инвестиция ҡеүәһен арттырыу йәһәтенән эш алып барыу инә.


Вернуться назад