Мәскәүҙәге осрашыуҙар11.04.2013
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Мәскәүҙә Рәсәй мәғлүмәт телеграф агентлығының (ИТАР-ТАСС) генераль директоры Сергей Михайлов менән осрашты.
Сарала ҡайһы бер яңы йүнәлештәр буйынса республика менән Агентлыҡ араһындағы хеҙмәттәшлекте киңәйтеү тураһында һүҙ барҙы. Шулай уҡ Башҡортостан Хөкүмәте менән ИТАР-ТАСС мәғлүмәт агентлығы араһында 2011 йылда ҡул ҡуйылған килешеүҙе яңыртыу мөмкинлектәре тикшерелде.

* * *
Мәскәүҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Рәсәй финанс министры Антон Силуанов менән осрашыуы барышында республиканың бюджет өлкәһен финанслау мәсьәләләре ҡаралды.
Эш осрашыуында Өфөләге инфраструктура объекттары төҙөлөшөн финанслау, бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыу хаҡында һүҙ барҙы.
А. ХӘЛИЛОВ.


Вернуться назад