Рөстәм Зәки улы, әйтегеҙсе...11.04.2013
— Ғәҙелһеҙлек хәлде алды, урындағы чиновниктар тағы ла төп башына ултыртмаҡсы итә бит, әй.
— Ни булды һуң?
— Өсөнсө балабыҙ тыуҙы, ә вәғәҙә ителгән ерҙе, йә теге, йә был сәбәп табып бирмәйҙәр. Кемдән генә ярҙам һорарға икән?
— Кемгә-кемгә, әлбиттә, Президенттың үҙенә! Хәҙер бит республика халҡы туп-тура уға мөрәжәғәт итә ала.
— Әл-л-ә-ә, Аҡ йортҡа индерәләрме лә ул мине генә көтөп ултырамы инде? Эше күп бит. Райондан унда барырға кәрәк әле...
— Быныһы ла бәлә түгел, Рөстәм Хәмитов бөгөн телевизор аша республика халҡы менән аралашасаҡ бит.
Эйе, күптәргә мәғлүм булыуынса, бөгөн сәғәт киске 7-лә Башҡортостан юлдаш каналында Президентыбыҙ Рөстәм Хәмитов республика халҡы менән аралашасаҡ. Әйткәндәй, һорауҙарҙы алдан уҡ күп каналлы “ҡыҙыу элемтә” аша биреп була.
Рөстәм Зәки улы Башҡортостан халҡы менән ошондай форматта бишенсе тапҡыр аралаша. Ғәҙәттә, һорауҙарҙың ҙур өлөшө социаль өлкәгә бәйле була. Быйыл улар кәмер, моғайын. Ни өсөн тигәндә, һуңғы йылдарҙа социаль мәсьәләләрҙең шаҡтай ғына өлөшө хәл ителде. Мәҫәлән, яңылары төҙөлөү сәбәпле, балалар баҡсаһына сираттар кәмене, күп балалы ғаиләләргә лә ярҙам күрһәтелә, бюджет өлкәһендә эшләүселәрҙең хеҙмәт хаҡы даими күтәрелә. Ҙур проблема — алданған өлөшсөләр мәсьәләһе лә хәл ителә. Хәтерҙә булыуынса, тәүге тура бәйләнештәрҙә был проблемалар йыш күтәрелгәйне. Бөгөн бирелер һорауҙар араһында иҡтисадҡа бәйлеләре лә күп булыр, моғайын. Федераль ҡануниәттәге үҙгәрештәр, инфляция үҫеше, ҡайһы бер предприятиеларҙа эш хаҡы түләнмәүе һәм башҡалар йәмәғәтселекте борсой.
Нисек кенә булмаһын, халыҡтың Президентҡа биргән һорауҙары — йәмғиәттәге хәл-тороштоң сағылышы.