Юрий Крюковҡа ышаныс белдерелде10.04.2013
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Юрий Крюковты республиканың Мәғлүмәт технологиялары агентлығы етәксеһе итеп тәғәйенләү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

Юрий Валерьевич Крюков 1970 йылда Туймазы ҡалаһының Серафимовка ҡасабаһында тыуған. Юғары белемле, Башҡорт дәүләт педагогия институтын, Өфө дәүләт нефть техник институтын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1992 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының программалаштырыу һәм иҫәп-хисап математикаһы кафедраһында ассистент булып башлай. Әлегә тиклем “Башнефть” акционерҙар нефть компанияһы департаментында төп белгес.


Вернуться назад