Һәр ил үҙ мәнфәғәтен ҡайғырта09.04.2013
Корея ярымутрауындағы хәлдәрҙең киҫкен боролош алыуы, Владимир Путиндың Германияға һәм Нидерландтарға эш сәфәре уҙған аҙнаның мөһим сәйәси ваҡиғалары булғандыр.

Кореяла һуғыш башланырмы?

Ошо көндәрҙә КХДР етәкселеге сит илдәргә, шул иҫәптән Рәсәйгә мөрәжәғәт итеп, үҙ илселәрен саҡыртып алырға ҡушты. Белдереүҙәренсә, 10 апрелдән һуң төбәктә һуғыш башлана, һәм улар илселәрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итә алмаясаҡ. Билдәле булыуынса, Төньяҡ Корея – КХДР менән Корея Республикаһы араһында күптәнге конфликт йәшәп килә. Икенсе бөтә донъя һуғышы тамамланғандан һуң, быға тиклем Японияның колонияһы булған Корея ярымутрауының төньяҡ өлөшө — СССР ҡарамағына, ә көньяҡ өлөшө АҠШ ҡулына күсә. Ике ил дә Кореяны үҙ йоғонтоһо аҫтында тоторға теләй һәм шул сәбәпле бүлгеләү башлана. 1948 йылда АҠШ-тың туранан-тура ҡатнашлығында көньяҡ өлөштә Корея Республикаһы барлыҡҡа килә. Ошо уҡ йылда Корея Халыҡ Демократик Республикаһы ойошторола. 1950 йылда ике ил араһында һуғыш башлана, һәм ул 1953 йылғаса дауам итә. Корея һуғышында 2,5 миллион кеше һәләк була.
СССР ваҡытында КХДР ҙур ярҙам алып йәшәне. Шулай уҡ Ҡытай ҙа дәүләтте ярҙамынан ташламаны. Социалистик ҡоролошло гигант ил тарҡалғандан һуң, Төньяҡ Кореяға ярҙам туҡтатылды. Үткән быуаттың 90-сы йылдарынан һуң КХДР, башҡа илдәр менән бәйләнешен юғалтып, тоталитар режимда йәшәй башлай. Халҡының күпселеге аслы-туҡлы көн итеүенә ҡарамаҫтан, был ил оборонаға аҡсаһын йәлләмәй һәм ныҡлы ҡораллана. Ә 2006 йылда улар ядро ҡоралына эйә булыуын асыҡтан-асыҡ белдерә. Ошо ваҡиғанан һуң өс тапҡыр ядро ҡоралына һынау уҙғарғандар. Һуңғы тапҡыр бындай хәл быйыл 13 февралдә булған.
КХДР-ҙа өсөнсө быуын етәкселек алышынғаны мәғлүм. 2011 йылда ил лидеры Ким Ир Чен мәрхүм булғандан һуң, власҡа уның кесе улы Ким Чен Ын килде. Йәше утыҙға ла етмәгән ярһыу ҡанлы йәш етәксе төбәктә хәлде ҡатмарландырып ҡына ебәрҙе. КХДР-ҙың ядро ҡоралына һынау уҙғарыуына яуап итеп, Көньяҡ Корея АҠШ менән берлектә хәрби күнекмәләр уҙғарҙы. Ошондай шарттарҙа КХДР көньяҡ күршеләре менән 1953 йылда төҙөлгән тыныслыҡ килешеүен юҡҡа сығарҙы. Ә 25 мартта Вашингтон менән Сеул хәрби хеҙмәттәшлек итеү тураһында өҫтәмә килешеү төҙөштө. Йәғни ике Корея араһында һуғыш сыға ҡалһа, АҠШ был конфликтҡа ҡыҫылырға иҫәп тота. КХДР стратегик ракеталарын АҠШ-тың Гавай һәм Гуам утрауҙарында урынлашҡан хәрби базаларына ҡаратып тоҫҡап ҡуйған да инде.
30 марттан башлап КХДР Көньяҡ Корея менән “һуғыш хәле”нә инеүе хаҡында белдерҙе. Ҡайһы бер белгестәр КХДР-ҙың һуғыш башларға йыйыныуын сираттағы "пиар-аҙым" тип кенә баһалай. Илдең хәрби ҡеүәте күпкә ҡабартып күрһәтелә, тиеүселәр ҙа бар. Ҡайһылай ғына булмаһын, КХДР армияһы донъяла һан яғынан дүртенсе урында тороп, Ҡытай, Һиндостан һәм АҠШ-тан ғына ҡалыша. Унан килеп, донъяла туғыҙ ил генә ядро ҡоралына эйә, шуларҙың береһе улар икәнлеген дә оноторға ярамай. Дөрөҫ, донъялағы ядро арсеналының 90 проценты ике илдә – АҠШ менән Рәсәйҙә тупланған. Әммә был һис кенә лә КХДР ҡоралынан хәүефләнергә ярамай тигәнде аңлатмай. Ядро ҡоралын ҡулланыуға барып етһәләр, бының бик насар эҙемтәләргә алып килеүе ихтимал. Әле Швейцария КХДР менән һөйләшеүҙәр алып барырға, ике Кореяны яраштырыу өсөн аралашсы булырға әҙерлеген белдерҙе. Билдәле булыуынса, Ким Чен Ын икенсе исем аҫтында Швейцарияла уҡыған. Шуға ла был илдең сит ил эштәре министрлығында Корея лидерының таныштары бар. Шулар ике туғандаш, шул уҡ ваҡытта ҡан дошман халыҡты яраштырырға теләк белдергән.

Рәсәйҙәге хәл Европала тикшерелә

Башҡа донъя хәлдәренә килгәндә, Владимир Путин Германия һәм Нидерландтарға эш сәфәре менән юлланды. Германия канцлеры Ангела Меркель менән осрашыуында Корея мәсьәләһе лә тикшерелде. Путин Германияға Ганновер сәнәғәт йәрминкәһен асыуҙа ҡатнашыу өсөн килгән. Халыҡ-ара йәрминкәлә Рәсәй данын “Газпром”, “Роснефть”, “Роснано”, “Ростех”, “Сколково”, “Уралвагонозавод” кеүек ҡеүәтле предприятиелар яҡланы. Рәсәй менән Германия араһында тығыҙ сауҙа бәйләнештәре урынлаштырылған. Былтыр ике ил араһындағы тауар әйләнеше рекордлы күрһәткескә – 74 миллиард долларға еткән. Киләсәктә уны 100 миллиард долларға тиклем еткереү күҙаллана. Әлбиттә, ике ил лидеры иҡтисади тема буйынса ғына аралашманы. Сүриә, Кипрҙағы хәл-ваҡиғалар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Рәсәйҙә сит илдәрҙән финансланыусы коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙы прокуратура органдары тикшерә башлауы мәсьәләһе лә ҡуҙғатылды. Владимир Путин белдереүенсә, Рәсәйҙә сит илдәрҙән финансланыусы ошондай 654 ойошма бар. Шул уҡ ваҡытта Рәсәй сит илдәрҙә ни бары ике (береһе — Европала, икенсеһе – АҠШ-та) ойошманы ғына финанслай, һәм уларҙың эшмәкәрлеген контрразведка тикшереп тора.
“Сит илдәрҙән финансланыусы ойошмаларҙың нимә менән шөғөлләнеүен, ул аҡсаны ниндәй маҡсатҡа йүнәлтеүҙәрен беҙ белеп торорға тейеш. Был турала былтыр йыл аҙағында закон ҡабул ителде, һәм беҙ шуға таянып эшләйбеҙ”, — тине Владимир Владимирович Германия журналистарына биргән интервьюһында. Һүҙ ҙә юҡ, ил етәксеһе дөрөҫ әйтә. Сит ил аҡсаһына һатылған был ойошмалар шул ил файҙаһына шымсылыҡ менән шөғөлләнмәй тип кем гарантия бирә ала? Шуға ла уларҙың прокуратура күҙәтеүе аҫтында булыуы күпкә хәүефһеҙерәктер. Унан килеп, Рәсәйҙә урынлашҡан ҡайһы бер илселектәр, дипломатик вәкәләттәренә таянып, ошондай коммерцияға ҡарамаған ойошмалар тарафынан финансланыуы ла билдәле булды. Быныһы халыҡ-ара конвенцияларға ҡаршы килә. Шуға ла Путиндың Рәсәй мәнфәғәтендә эш итеүе АҠШ яғынан тәнҡитләнергә тейеш тә түгел. Рәсәй Президентының был аҙымы демократик принциптарҙы боҙоу булып тормай.


Вернуться назад