Үҫеш өсөн кадрҙар кәрәк06.04.2013
Башҡортостан Хөкүмәте АНКОР кадрҙар холдингы менән килешеү төҙөнө. Документҡа республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Евгений Маврин һәм холдингтың Директорҙар советы рәйесе Павел Игнатьев ҡул ҡуйҙы. Сара Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә үтте.

Кеше капиталын һөҙөмтәле үҫтереү, республикала социаль-иҡтисади үҫеште кадрҙар менән тәьмин итеү маҡсатында яҡтар бер нисә йүнәлештә хеҙмәттәшлек итергә килеште. Атап әйткәндә, хеҙмәт ресурстары нисбәтен күҙаллау селтәрен ойоштороу, кадрҙарға бәйле хәүефте асыҡлау, уға юл ҡуймау хаҡында һүҙ бара. Килешеү шулай уҡ кешенең тормошо һәм эше өсөн уңайлы төбәк булараҡ республиканың абруйын арттырыуға, дәүләт һәм шәхси инвестиция проекттарының кадрҙарға булған ихтыяжын ҡәнәғәтләндереүгә, халыҡтың мәшғүллеген үҫтереүгә йүнәлтелә.
Башҡортостанға Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән хеҙмәткәрҙәр йәлеп итеү, һөнәри әүҙемлекте арттырыу, миграция ағымын яҡшыртыу, кадрҙар әҙерләүҙең һөҙөмтәле системаһын ойоштороу проекттарына булышлыҡ итеү маҡсат итеп ҡуйыла.


Вернуться назад