Килешеп эшләү емеш бирер05.04.2013
Килешеп эшләү емеш бирерБашҡортостанға француздар килде. Бихисап эшҡыуарҙан торған делегацияға Францияның Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Жан де Глиниасти етәкселек итә. Улар Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән осрашып, иҡтисади һәм социаль өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек тураһында фекер алышты.

Рөстәм Зәки улының әйтеүенсә, былтыр ике төбәк араһындағы тышҡы тауар әйләнеше 150 миллион доллар тәшкил иткән.
— Шуның 100 миллион доллары — экспортҡа, 50 миллион доллар самаһы импортҡа тура килә, — тине Президент. — Республика Францияға, нигеҙҙә, нефть тауары һата, ә уларҙан машина һәм ҡорамалдар алабыҙ. Хеҙмәттәшлек даирәһенең киңәйеүе, тәү сиратта, беҙҙә инвестиция мөхитен яҡшыртыуға йүнәлтелгән ҡануниәттең Килешеп эшләү емеш биреряңырыуына бәйле.
Франция менән үҙ-ара бәйләнештәр тураһында һүҙ барғанда, әлбиттә, “Alstom” һәм “РусГидро” компанияларының берлектәге проекты күҙ алдына баҫа. Шулай уҡ Ҡырмыҫҡалы районында Францияның “Сен-Гобен” концерны төҙөйәсәк гипслы ҡатырға заводын, Өфө моторҙар эшләү берекмәһе менән “Turbomeca” компанияһының берлектә вертолет двигателдәре өсөн алмаш өлөштәр етештереүен әйтергә була.
Франция эшҡыуарҙары Башҡортостанда тормошҡа ашырырға теләгән проекттарын тәҡдим итте. Улар араһында беҙгә таныш “Леруа Мерлен” магазиндар селтәрен киңәйтеү, яңы француз спорт магазинын булдырыу, шулай уҡ ҡала транспортын үҫтереү, тау саңғыһы өсөн канат юлдар төҙөү, энергия һөҙөмтәлелеге һәм башҡалар булды.
Иң мөһиме — ике арала килешеү һәм аңлашыу бар. Башҡортостан етәкселеге был проекттар менән ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе һәм хәҙер уларҙы ентекле өйрәнә башлаясаҡ.


Вернуться назад