Сәфәр һөҙөмтәле булмаҡсы05.04.2013
Дүшәмбе ҡалаһында Рәсәй менән Тажикстандың төбәк-ара хеҙмәттәшлегенә арналған II халыҡ-ара конференция асылды. Уның эшендә ике илдең дәүләт власы органдары етәкселәре, эшҡыуарҙар, ғалимдар, эксперттар берләшмәһе вәкилдәре ҡатнаша.
Республикабыҙҙан был конференцияла Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов һәм “2015 йылда Өфө ҡалаһында Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС илдәре сараларын үткәреү өсөн шарттар булдырыу проекттарына булышлыҡ итеүсе офис-төркөм” коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы директоры Руслан Мирсаяпов сығыш яһай. Форумда Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзаһы булған Тажикстан Республикаһы менән сауҙа-иҡтисад, фән-техника, мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәләрендә төбәк-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү мәсьәләләре тикшерелә.
— Былтыр Башҡортостан менән Тажикстан араһында сауҙа-иҡтисади, гуманитар өлкәләрҙә үҙ-ара хеҙмәттәшлек уңышлы булды. Өфөлә Тажикстандың Генераль консуллығы эшен дауам итә. Әле ике республика араһында тауар әйләнеше 12 миллион АҠШ долларынан ашыу тәшкил итә. Был күрһәткесте яҡшыртыу йәһәтенән күп көс һалына. Беҙ социаль мөнәсәбәттәрҙе, мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытыу, студенттар алмашыу буйынса эш алып барабыҙ. Был сәфәр республикаларыбыҙ араһында үҙ-ара файҙалы бәйләнеште нығытыуға булышлыҡ итер, тип ышанам, — тигән фекер белдерҙе Руслан Мирсаяпов.