Юрист кәңәштәре05.04.2013
Ярҙам итеүе ауыр
— Инәйем ҡыҙы менән колхоз фатирында йәшәне. Торлаҡты шунда эшләгәне өсөн ҡыҙына биргәйнеләр, әммә ул хосусилаштырылмаған ине. Бер нисә йыл элек ҡыҙы кейәүгә сыҡты һәм йортта ире менән икәүһе теркәлде. Инәйем ни эшләптер был турала уйламаған — хәҙер ул пропискала юҡ. Көтмәгәндә генә ҡыҙы вафат булды, ә кейәүе ошо арала йортто үҙ исеменә хосусилаштырып та алған. Хәҙер ул әбейҙе өйҙән ҡыуа, судҡа ла ғариза биргән. Яңыраҡ суд приставтары килеп өйҙән сыҡмаған өсөн инәйемә 5 мең һум штраф һалған. Яҡларлыҡ, үҙ янына алырлыҡ бер кеме лә юҡ. Ни эшләй ала ул был осраҡта?
Рәсимә.
Баймаҡ районы.
— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әбейгә ярҙам итеү мөмкин түгел. Бында ҡануниәт боҙолмаған. Торлаҡты хосусилаштырыу дәүләт милкен кешегә бушлай тапшырыуҙан ғибәрәт. Ә бүләккә бирелгән милек уртаҡ тип һанала алмай. Тимәк, йорт хәҙер, ысынлап та, законлы рәүештә кейәүенеке. Был осраҡта бер генә юл бар: судҡа мөрәжәғәт итеп хосусилаштырыуҙы ғәмәлгә ярашлы түгел тип танытырға тырышыу. Алдан уҡ киҫәтәм: был ҡатмарлы эш, һәм күп йөрөргә кәрәк.
Ҡабаланмай тороғоҙ
— Беҙ — күп балалы ғаилә. Ауылда эш юҡ, шуға күрә, оҙаҡ уйланғандан һуң, шәхси эшҡыуар булараҡ эш башларға ҡарар иттек. Кемдәндер ишетеүемсә, күп балалы ғаиләләргә, шәхси эшҡыуар булараҡ теркәлһәләр, ниндәйҙер льгота бирелергә тейеш. Был, ысынлап та, шулаймы? Әгәр булһа, ул нисә процент икән? Ғөмүмән, ошо турала белге килә.
Фәриҙә.
Яңауыл районы.
— Физик шәхесте шәхси эшҡыуар тип рәсми теркәгән саҡта 800 һум күләмендә дәүләт пошлинаһы түләнә. Был йәһәттән льготалар тураһында Рәсәй Һалым кодексының 333.35-се статьяһында яҙылған. Уға ярашлы, күп балалы ғаиләләргә теркәлгәндә бер ниндәй ҙә ташлама яһап булмай. Иң тәүҙә ғариза яҙырға, ундағы ҡултамғаның үҙенеке икәнлеген раҫлатыр өсөн нотариусҡа барырға кәрәк. Быларҙың барыһын да эшләгәс кенә ғаризағыҙҙы һалым органына тапшырырға мөмкин. Әйткәндәй, нотариус та льготалар бирмәй.
Икенсе кәңәш биргем килә. Әгәр бик ҡабаланмайһығыҙ һәм ваҡытығыҙ бар икән, иң тәүҙә мәшғүллек хеҙмәтендә иҫәпкә тороғоҙ. Унда эшҡыуарлыҡ буйынса курстар үтергә мөмкин. Шунан һуң ғына, шәхси эшҡыуар булараҡ теркәлергә ниәт белдерһәгеҙ, мәшғүллек хеҙмәтенән субсидия юллауға өмөт итә алаһығыҙ.