Республикабыҙ Президенты Рөстәм Хәмитовтың бойороғо менән Владимир Солин йәмәғәтселек башланғысында республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарын үҫтереү буйынса Башҡортостан Президенты советнигы итеп тәғәйенләнде.
Солин Владимир Иванович 1947 йылдың 15 ноябрендә Дыуан районының Мәсәғүт ауылында тыуған. Силәбе политехник институтын тамамлаған. 2006 йылдан — Дыуан районы хакимиәте башлығы. “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә эйә, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.