Сәйәси майҙанда — “Рәсәй ҡалалары”04.04.2013
Партияның төбәк бүлексәһе рәйесе вазифаһына ризалашыр алдынан үҙ-үҙемә бер нисә һорау бирҙем: “Беҙ ниндәй граждандар йәмғиәте төҙөйбөҙ?”, “Халыҡтың әхлаҡи хәле ниндәй?”, “Рәсәй һәм Башҡортостан граждандарын туплау өсөн ниндәй ҡиммәттәргә таянырға кәрәк?”
СССР тарҡалғандан һуң 20 йылдан ашыу ваҡыт үтте. Ябай граждандар тормошонда нимә үҙгәрҙе һуң? Рәсәй — парадокстар иле. Бер партия тиҫтәләрсә йыл власты етәкләй, йә үткән быуаттың 90-сы йылдарында программалары бер-береһенән бик аҙ айырылған ваҡтары барлыҡҡа килә. Әле Дәүләт Думаһында дүрт партия идара итә. Барыһы ла халыҡтың тормошон яҡшыртыу яҡлы. Һәр партия Рәсәйҙе сираттағы иҡтисади көрсөктән сығарырға, яңы технологиялар, өҫтәмә эш урындары булдырырға вәғәҙә итә. Улар кемдең проекты яҡшыраҡ тип үҙ-ара ярышҡан мәлдә, халыҡтың яртыһынан күберәге ауыр хәлдә йәшәүен, һаулыҡ һаҡлау әкренләп түләүлегә күсеүен дауам итә. Йәмғиәт байҙар менән фәҡирҙәргә бүленде.
Әле Башҡортостанда 33 сәйәси партияның төбәк бүлексәһе теркәлгән. Яңы партиялар тағы ла үҙ-ара бәхәс асасаҡ, һайлаусыларға үҙҙәренең әһәмиәтен иҫбатлаясаҡ.
Ошондай шарттарҙа йәмәғәтселектең йоғонтоһон көсәйтеү өсөн 2012 йылда бер нисә сәйәси партия, шул иҫәптән “Рәсәй ҡалалары партияһы” барлыҡҡа килде, ә уның Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе шул уҡ йылдың июнендә теркәлде.
Мөһим иҡтисади хәлдәрҙең ҡала шарттарында барыуын иҫәпкә алып, ошоға “Рәсәй ҡалалары” сәйәси партияһының республикалағы төбәк бүлексәһе аша йоғонто яһарға кәрәк, тип иҫәпләйбеҙ.
Беҙҙең партия — Рәсәй халҡының уңайлы, имен һәм лайыҡлы тормошҡа хоҡуғын яҡлаған демократик берләшмә. Ул ҡала халҡы, предприятиелар, ойошмалар хеҙмәткәрҙәрен, ижади интеллигенция вәкилдәрен, пенсионерҙарҙы һәм студенттарҙы бергә туплай.
Бөгөн етди проблемалар ысынлап та бик күп: демография, экология, транспорт, социаль, енәйәтселек, иҡтисади һәм көнкүреш мәсьәләләре.
Ҡалала йәшәүселәрҙең социаль яуаплылығын, проблемаларҙы хәл итеүҙә үҙаллылыҡты арттырыу — партияның төп маҡсаттарының береһе.
Эскелек — хәҙерге Рәсәйҙең фажиғәһе. Һөнәри деградация, ғаиләләрҙең тарҡалыуы, сирләү, үлем осраҡтары — уның һөҙөмтәһе.
Сәнәғәт һәм ауыл хужалығы ғына түгел, фән, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау һәм мәҙәниәт тә көрсөк хәлендә. Милек хоҡуҡтарын яҡлау мәсьәләһе яйға һалынмаған. Һөҙөмтәлә коррупция, ришүәтселек, мутлыҡ ҡылыу, урлашыу, ер ресурстарын һәм күсемһеҙ милек объекттарын арзан хаҡҡа күпләп һатып алыу һәм ҡиммәткә һатыу өсөн ерлек тыуа.
“Рәсәй ҡалалары” партияһы илебеҙҙәге дәүләт власының халыҡҡа отчет биреүе, уның контролендә булыуы яҡлы. Ул экологик именлекте арттырыу, аҙ тәьмин ителгәндәрҙе, инвалидтар, пенсионерҙар, оло йәштәгеләрҙе һәм мохтажлыҡ кисергән башҡа кешеләрҙе социаль яҡлау, хеҙмәткә һәм уның өсөн ғәҙел түләүгә, һаулыҡ һаҡлауға, бушлай белем алыуға һәм медицина хеҙмәттәренә эйә булыуға хоҡуҡтарҙы тергеҙеү йәһәтенән ҙур тырышлыҡ һаласаҡ.
“Рәсәй ҡалалары” — әүҙем гражданлыҡ позицияһына эйә булған инициативалы, яуаплы һәм битараф ҡалмаған кешеләрҙең партияһы ул.
Былтыр декабрҙә мине уның төбәк бүлексәһе рәйесе итеп һайланылар. Бер үк ваҡытта Башҡортостандағы “Әхмәтзәки Вәлиди” төбәк йәмәғәт фондын етәкләйем. 1990—2003 йылдарҙа “Башҡортостандың халыҡ партияһы”на етәкселек иттем, хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары булып эшләнем.
Ҡасандыр “Башҡортостандың халыҡ партияһы” сафында 60 меңдән ашыу ағза иҫәпләнә ине, шуларҙың 15 меңе ағзалыҡ билетына эйә булды. Рәсәйҙең сәйәси партиялар тураһындағы закондарына ярашлы, төбәк партиялары, шул иҫәптән “Башҡортостандың халыҡ партияһы” ла бөтөрөлдө. Был хәлгә тиклем ул “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы составына коллектив ағза булып инеп өлгөргәйне (1-се таныҡлыҡ). “Башҡортостандың халыҡ партияһы”ның элекке активистарына мөрәжәғәт иттем, һәм ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә йылдам үҫкән “Рәсәй ҡалалары” партияһының республикалағы филиалын ойошторҙоҡ.
2012 йылдың декабренән партия сафына граждандарҙы күпләп ҡабул итә башланыҡ. Советтың 14 ултырышын үткәрҙек. Уларҙа ғариза буйынса 700-ҙән ашыу ағза ҡабул ителде, 600-гә яҡын кеше хәл иткес тауыш хоҡуғына эйә булған участка һайлау комиссияһы ағзаһы итеп күрһәтелде. Әле республиканың 19 ҡалаһында, шул иҫәптән уларға яҡын райондарҙа урындағы бүлексәләр асылды.
Быйыл 22 ғинуарҙан 27 февралгә тиклем биш йылға хәл иткес тауыш хоҡуғына эйә булған участка һайлау комиссияларына, шулай уҡ территориаль һайлау комиссиялары резервына активистарыбыҙҙы тәҡдим иттек. Мәҫәлән, Өфөнөң Калинин районындағы 61 һайлау участкаһының һәр береһенә ағзаларыбыҙҙы күрһәттек. Белорет, Күмертау, Дүртөйлө, Баймаҡ, Өфө һәм башҡа ҡалаларҙа ҙур эш башҡарҙыҡ.
Беҙҙең сафтарға әүҙем тормош позицияһына эйә булған кешеләр – иҡтисадсы, юрист, мәғариф һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, эшҡыуарҙар, аспирант, ғалим, юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары студенттары – килә. Эшмәкәрлегебеҙҙә халыҡтың, айырыуса йәштәрҙең, сәләмәт тормош алып барыуына ҙур иғтибар бирәсәкбеҙ, уҡыу йорттарын тамамлаусыларҙы эш менән тәьмин итеү буйынса дәүләт программалары проекттарын Башҡортостан Хөкүмәтенә тәҡдим итәсәкбеҙ.
Тағы ла шуны белдерәбеҙ: башҡа партияларға һәм власҡа ҡаршы көрәшергә йыйынмайбыҙ, ә киреһенсә, халыҡтар араһындағы дуҫлыҡты нығытыу яҡлы булған сәйәси партиялар, йәмәғәт, йәштәр, ҡатын-ҡыҙҙар, ветеран ойошмалары менән хеҙмәттәшлек итергә тырышасаҡбыҙ. Рәсәй федерализмы, илдең конституцион ҡоролошо принциптарының мөһимлеге хаҡында аңлатыу эше алып барасаҡбыҙ.
Быйыл 8 сентябрҙә үтәсәк һайлауҙа партияның Башҡортостан Республикаһындағы төбәк бүлексәһе 55 бер мандатлы һайлау округтары буйынса урындағы парламентҡа (Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға) депутатлыҡҡа кандидаттарын күрһәтәсәк. Яҡын арала ағзалар һанын 5 меңгә еткереүҙе планлаштырабыҙ.