“Майламайынса” ла алға барырға мөмкин03.04.2013
Былтырҙан Рәсәйҙә Коррупцияға ҡаршы милли план тормошҡа ашырыла. Уға ярашлы республиканың барлыҡ норматив акттарына ла тикшереү үткәрелгән, үҙгәрештәр индерелгән. Шул уҡ осорҙа бөтә кимәл етәкселәренең сығымдарын контролгә алған, дәүләт һәм муниципаль учреждениелар етәкселәренең хеҙмәт һөҙөмтәлелеген баһалауҙың үтә күренмәле юлдарын көйләгән федераль закондар ҡабул ителде. Башҡортостан Президенты Указына ярашлы, уларҙың положениелары беҙҙең республикала ла ғәмәлгә ашырыла.

Ғөмүмән, коррупция темаһы һәр саҡ иғтибар үҙәгендә һәм уға ҡаршы көрәшеү өсөн күп эшләнә. Кисә Республика йортонда Коррупцияға ҡаршы совет менән даими эшләүсе Хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү буйынса координация кәңәшмәһе берлектә ултырыш үткәрҙе, уны Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов алып барҙы.
— Әлбиттә, коррупция — күп яҡлы, ҡатмарлы күренеш. Уны норматив акттар, закондар ярҙамында ғына еңеү мөмкин түгел. Шуға күрә властың һәр кимәлендә “коррупцияға ҡаршы иммунитет” булдырыу йәһәтенән эшләргә кәрәк. Бында кадрҙар сәйәсәте ҙур әһәмиәткә эйә, — тине Рөстәм Зәки улы.
Президент белдереүенсә, коррупция — системалы проблема, яза биреү менән генә барыһын да ыңғай хәл итеп булмай. Хоҡуҡи йәһәттән етешһеҙлектәр, хоҡуҡи акттар камил булмаған һәр ерҙә аҡса талап итеү, ришүәт тәҡдим итеү йыш осрай.
— Беҙҙең йәмғиәттә “бөтәһе лә бирә — бөтәһе лә ала”, “һин — миңә, мин — һиңә”, “майламайынса алға китеп булмай” кеүек дөрөҫ булмаған ҡараш йәшәй. Ә былтыр үткәрелгән һорау алыу буйынса, республика халҡының биштән бер өлөшө иң борсоған проблема тип коррупция менән ришүәтселекте билдәләгән, — тине Рөстәм Хәмитов.


Вернуться назад